– Люциә Рафиҡ ҡыҙы тураһында ни әйтһәк тә аҙ кеүек. Изгелекле, йомарт, һәр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул. Алтынға тиң аҡыллы кәңәштәре генә ни тора.
– Кескәйҙәрҙе кешеләргә ихтирамлы, тирә-йүнгә, тәбиғәткә иғтибарлы, тыуған еренең, Тыуған иленең ысын патриоты булырҙай, теленә, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, моңона ғашиҡ итеп тәрбиәләргә тырыша.
– Матурлыҡҡа ғашиҡ, ғаиләһенә, яҡындарына күңел йылыһын мул өләшеүсе, бар яҡлап та уңған, һөйкөмлө ул беҙҙең Люциә, – тиҙәр улар яратып һәм хөрмәт итеп.
Бар булмышы менән балҡып торған Люциә матур тәбиғәтле Ахун ауылынан, йырҙарҙа йырланған Йүрүҙән, мәғрүр Ҡаратау буйҙарынан. Бәрәкәтле ерҙең ҡөҙрәтен, илаһи моңон һеңдереп үҫкәнгәлер ҙә күңеле бай, йөҙө нурлы, уй-маҡсаттары яҡтылыр.
Балаларҙы ихлас яратыуы уны Мәсәғүт педагогия училищеһына алып килә. 1989 йылда йәш ҡыҙ яҡты хыялдар, эшкә ҙур дәрт, теләк менән Ахун балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. Төрлө йылдарҙа Йонос, Янғантау балалар баҡсаларында эшләй, педагогикала тәжрибә туплай. М. Аҡмулла исемендәге Башкорт дәүләт педагогия университетын тамамлай.
Люциә Рафиҡ ҡыҙы һоҡланырлыҡ тормош юлы үткән педагог. Уның тырыш хеҙмәте байтаҡ Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. 2003 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Яңы сыҡҡан “Салауат районы педагогтары” китабына ла уның исеме ингән.
Хөкүмәт бүләктәре менән бергә, иң мөһиме, халыҡ ихтирамын, ата- әсәләр хөрмәтен яулаған. Бөгөн дә ул районыбыҙҙың йәмәғәт эшмәкәрлегендә, ауылдың мәҙәни, социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша. Тәрбиә һәм методик эш тәжрибәһенә эйә булған педагог йәш коллегалары менән һөнәри оҫталығын уртаҡлашырға әҙер остаз.
Тәрбиәсе ауырлыҡтарға бирешмәй, ҡыйын саҡта ла оптимист булып ҡалырға тейеш. Һәр сабыйҙың күңел донъяһын аңлап, йөрәгенә асҡыс таба белеү – үҙе кинәнес.
– Йәш быуынды мәрхәмәтле, хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатлы итеп тәрбиәләү һөнәри оҫталыҡ талап итә. Һиндә балаларҙың киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ хисе булырға тейеш, – ти Люциә Рафиҡ ҡыҙы.
Сәскәләй яҡты күңелле Люциә сәскәләр ярата. Йыл һайын баҡсаһын гөл-сәскәгә күмә ул. Йорт-ҡураһында ла бар нәмәгә уның күңел йылыһы һалынған. Уңған хужабикәнең һый-хөрмәт тулы өҫтәленән яҡындары, дуҫтары өҙөлмәй. Һәр кемгә яҡты йөҙ, татлы һый, күңел йылыһы таба белә ул.
Ҙур тырышлыҡ һалып, ҡәҙерләп кенә үҫтергән улдары Айбулат менән Алмаз әсәй кешенең терәге, таянысы, ғорурлығы. Әсәләренә күркәм, матур йорт һалыуҙа ла уларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды.
Айбулат бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Тыуған илен дошман һөжүменән һаҡлаусы ҡыйыу һалдат ул. Алмаз улы "Янғантау" шифаханаһында эшләй, уҡып та йөрөй. Килене Гөлкәй, ейәне Әмир ҙә Люциә Рафиҡ ҡыҙының ышанысы.
Үҙе лә оҙаҡ йылдар әсәһе Фәҡитә апайға оло терәк булып йәшәне. Бөгөн иһә тормош юлдашы Владик менән татыу, бәхетле ғүмер кисерәләр.
Һөнәри оҫталығығыҙ, күңел сафлығығыҙ, сабырлығығыҙ, балаларға күрһәткән ҡайғыртыусан һәм йылы мөғәмәләгеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Киләсәктә лә мәңге һүнмәҫ ижади эшегеҙҙә ҙур уңыштар, балалар мөхәббәте юлдаш булһын!
Ирина Илгизова.