Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбендә 2023 йылдан "Үҫеш нөктәһе" тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге белем биреү үҙәге эшләй. Үҙәк "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты сиктәрендә булдырылған. Районда шундай уҡ 15 үҙәк бар.
Үҙәк ике химия, биология һәм физика кабинеттарынан тора, уларҙың һәр береһе мәктәп һәм кластан тыш эшмәкәрлек өсөн йыһазландырылған. Кабинеттар уҡыусылар һәм педагогтар өсөн заманса приборҙар менән тулыланған. Ошо үҙәк ярҙамында мәктәп уҡыусылары, үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр асып, төрлө яҡлап үҫешә. "Үҫеш нөктәһе" белем биреү үҙәгенең эше уҡыусыларға сифатлы заманса белем биреү мөмкинлектәрен киңәйтә, уларҙа заманса технологик һәм тәбиғи-ғилми күнекмәләр әҙерләргә ярҙам итә.
Мәҫәлән, былтыр ноябрҙә район уҡыусылары араһында беренсе "Йәш ғалимдар форумы" муниципаль проект-тикшеренеү эштәре конкурсы үткәрелде. Форум йомғаҡтары буйынса уҡыусыларҙың ғилми хеҙмәттәре йыйынтығы баҫтырыласаҡ, унда иң яҡшы тикшеренеүҙәр һәм проекттар индереләсәк.
2024 йыл аҙағында Арҡауыл урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары Ленар Әхмәтшин һәм Флүр Мырҙашев физика уҡытыусыһы, үҙәк педагогы Салауат Рәфҡәт улы Ҡорбанов менән 1-11-се класс уҡыусыларының республика ғилми-ғәмәли эштәре һәм уҡытыусыларҙың уҡытыу-методик эшкәртмәләре конкурсының финалында ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса уҡыусылар "Робот техникаһы буйынса иң яҡшы проект" йүнәлеше буйынса икенсе дәрәжә Дипломға, етәкселәре – "Иң яҡшы кейс-проект" йүнәлеше буйынса өсөнсө дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.
Розалия ШАҺИЗАМАНОВА, Салауат районы мәғариф бүлеге методисы:
“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектына ярашлы, “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре Малаяҙ башҡорт гимназияһы, Әлкә, Арҡауыл, Лағыр, Мөрсәлим, Тирмән, Торналы, Мәсетле, Таймый, Яхъя, Лаҡлы , 1-се Малаяҙ, Миәшәгәр, Янғантау, Нәсибаш мәктәптәрендә асылды. Улар тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештә эшләй. 2019 йылдан алып районда ошондай 15 үҙәк барлыҡҡа килде. “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре үҙҙәре эшләгән мәктәптәрҙең визит картаһына әйләнә бара. Яңы ҡорамалдар, фирмалы логотиптар, яҡшы ремонт эшләнгән бүлмәләр уҡыусыларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә, педагогтарҙы ла ылыҡтыра. Үҙәктә белем биргән уҡытыусыларҙың барыһы ла квалификацияларын күтәрҙе, уларҙы онлайн йәки офлайн форматта даими рәүештә уҡытып торалар.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар МӘҮЛИТБИРҘИН:
– Модернизация тап ошо фәндәр кабинеттарынан башлана, сөнки уларҙа йәш быуын Ватанын яратырға һәм яҡларға, уның именлеге өсөн эшләргә өйрәнә. Быйылғы уҡыу йылында белем биреүҙең йөкмәткеһен яңыртыуҙы иҫәпкә алып, мәктәптәрҙең уҡытыу кабинеттарын кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙаллана: "Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре" предметы "Хәрби әҙерлек. Хәрби белем нигеҙҙәре" темаһы буйынса секциялар эшләйәсәк. "Хеҙмәт (технология)" предметында яңы бүлектәр барлыҡҡа килде, ә "Робототехника" бүлегенең йөкмәткеһе 7, 8, 9-сы кластарҙа пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү, уларҙы конструкциялау, программалау, буйынса темалар менән тулыландырылды.