Сара Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Идара итеү академияһы, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү академияһы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы һәм Плеханов исемендәге Витебск дәүләт университеты көсө менән ойошторолдо. Конференцияла төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү, дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.
- Йыл һайын үткәрелеүсе конференция эше унда тикшерелгән мәсьәләләрҙең мөһимлеген һәм көнүҙәклеген раҫлай, - тине үҙенең тәбрикләү телмәрендә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов. - "Мәхмүт уҡыуҙары" уҙғарылған осорҙан дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, алдынғы ғалимдар һәм практиктар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре, шулай уҡ йәш ғалимдар өсөн ҙур дискуссия майҙансығына әүерелде. Беҙҙең ҡарашҡа, хәҙерге иҡтисад һәм идара итеү илдең һәм уның төбәктәренең сәскә атыуына, халыҡ мәнфәғәттәренә, хеҙмәт кешеләренә лайыҡлы шарттар булдырыуға йүнәлеш тотоу - төп принцип.
Докладтар менән власть һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, алдынғы ғалимдар һәм эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. Спикерҙар араһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Евразия халыҡтары ассамблеяһының төбәк вәкиллегенең Йәмәғәт советы ағзаһы Рөстәм Әхмәҙинуров сығыш яһаны. Ул Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең проекты тураһында һөйләне, унан 300-ҙән ашыу уҡыусы сыҡты. Үҙ сиратында, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев үҙ сығышын төбәктә ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереүгә арнаны. Ә онлайн режимында сығыш яһаған Беларусь Президенты ҡарамағындағы Академияның беренсе проректоры Ольга Солдатова төбәк үҫешенең дөйөм милли иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләне.
Конференция сиктәрендә Дәүләт Йыйылышы фойеһында Әнәс Мәхмүтовтың ғилми мираҫына арналған китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Фото: Альберт Заһиров, "РБ".