Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Сентябрь , 18:10

Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк

9-11 октябрҙә Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Ул икенсе йыл рәттән үткәрелә.

Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк
Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк

Ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдәге онлайн-тест һорауҙары әҙерләнгән:
- Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн - башланғыс кимәл;
- Ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
- Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Тест һорауҙарына яуап биреү өсөн 9 октябрҙән 11 октябргә тиклем олимпиаданың сайтына инеп теркәлеү үтергә кәрәк. Артабан өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә генә ҡала. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырыла. 100 балға тиклем йыйыу мөмкинлеге бар.

Олимпиада тамамланғандан һуң сайтта белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡуйыласаҡ. Әгәр ҙә теркәлеү, тест үтеү йәки сертификат алыу, техник аспекттар буйынса ҡыйынлыҡтар тыуһа, 7(3472) 46-58-24 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

2023 йылдың октябрендә олимпиада беренсе тапҡыр үтте. Унда Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 төрлө илдән вәкилдәр ҡатнашты. Биш көн дауамында бөтәһе 27 614 кеше белемен тикшерҙе: башланғыс кимәлдә - 17 557, ирекле йөрөтөүселәр кимәлендә - 8843, башҡорт теле диалекттары кимәлендә - 214 кеше.
Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды үткәрә. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

- Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы башҡорт теленең бәҫен арттырыу йүнәлешендә бихисап проекттар тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, башҡорт теленән диктант акцияһы 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Башҡорт теленән олимпиаданы икенсе йыл ғына үткәрәбеҙ, әммә ул да халыҡ һөйөүен яулар, яҡшы йолаға, туған телебеҙҙе өйрәнеү проблемаларына иғтибар йәлеп итеүсе яҡшы инструментҡа әүерелер тигән өмөттәбеҙ, - ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

Автор:
Читайте нас: