Форум Башҡортостандың халыҡ шағиры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Халыҡтар дуҫлығы" ордены кавалеры, Ф.Кәрим исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, журналист, педагог, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммастың да исемен мәңгеләштереүгә генә йүнәлтелмәгән. Сара Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың туған телен, милли мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың ижади потенциалын асыҡлау, йәш авторҙарға ярҙам итеү, уҡыу мәҙәниәтен популярлаштырыу маҡсатын ҡуя.
"Шаммас уҡыуҙары" форумы сиктәрендә 4 конкурс үткәрелә: Рауил Шаммастың "Күңел моңом булыр ерем моңо..." әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр конкурсы; Рауил Шаммастың тормошо һәм ижады тураһында "Ғүмереңдән яҡты ҡалһын..." ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы; Стәрлебаш районы тураһында "Стәрлебаш - тамырым минең..." нәфис әҫәрҙәр, мәҡәләләр, тыуған яҡты өйрәнеү тикшеренеүҙәре, видеороликтар, фотоһүрәттәр, һүрәттәр, йырҙар конкурсы; башлап яҙыусы авторҙар өсөн "Шағир яҙа, аҡ ҡағыҙға ята йөрәгеңдең һәр тибеше..." (тематика сикләнмәй).
Форумда ҡатнашыусыларҙың йәш төркөмдәре: кесе төркөм - 1-4-се кластар; урта төркөм - 5-9-сы кластар; өлкән төркөм - 10-11-се кластар, профессиональ белем биреү ойошмалары студенттары; юғары белем биреү ойошмалары студенттары; өлкәндәр төркөмө (хеҙмәткә һәләтле йәшлектәр, пенсионерҙар). Унда башҡорт, татар һәм рус телдәрендә яҙылған эштәр ҡатнаша ала. Эштәр 30 сентябрҙән 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ 6 ноябрҙә Стәрлебашта форумдың төп майҙансығында яһала, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.
Унда ҡатнашыу тәртибе һәм шарттары тураһында тулыраҡ "Шаммас уҡыуҙары" тураһындағы Положениела танышырға мөмкин.
Форумды ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлебаш районы хакимиәте, Яҙыусылар союзы.
Фото: форумды ойоштороусылар.