Айгөл Данис ҡыҙы – үҙ эшенә тоғро уҡытыусы, һәр эшкә юғары һөнәри оҫталыҡ, ижади ҡараш күрһәтә. Ул эксперименталь майҙансыҡта эшләй. Айгөл Нурғәлиеваның һәр дәресе заманса талаптарға ярашлы уҙғарыла. Уйын методикаһы һәм проблемалы уҡытыу, белем биреү технологияларын әүҙем ҡулланыу, тикшеренеү һәм проект алымдарын файҙаланыу уҡыусыларҙың инициативаһын, ижадын һәм үҙаллылығын үҫтерергә ярҙам итә.
Шуға күрә уның балалары район, республика һәм халыҡ-ара әһәмиәттәге конкурстарҙа призлы урындар яулай: "Йәшел планета – 2020" төбәк конкурсында "Быуаттарҙан килгән традицияларҙың күп төрлөлөгө" номинацияһында, "Беҙ М. Ғафуриҙы уҡыйбыҙ" халыҡ-ара конкурсында – 1 еңеүсе һәм 2 призер, "Рәшит Назаров уҡыуҙары" төбәк конкурсында – 1-се урын, республика тикшеренеү эштәре конкурсында – 3-сө дәрәжә Диплом, "Йөрәк һүҙе –2021" район конкурсында “Һүҙ оҫтаһы – 2021” номинацияһында 3-сө урын алды. Уҡыусыһы Сильвия Ғәлимова "Ай, һылыу" республика конкурсында еңеү яуланы һәм уның фотоһүрәте 2023 йылда "Аманат" журналы тышлығында донъя күрҙе.
Айгөл Данис ҡыҙы уҡытыу методикаһын камил белә һәм уҡыуға һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Уның уҡыусылары рус теле һәм математика буйынса республика, район олимпиадаларында уңышлы сығыш яһай: 2020 йылда Гагарин Олимпиадаһында еңеү яуланылар, 2021 йылда уҡыусыһы рус теле буйынса район олимпиадаһында 1-се урын алды, ә 4-се класс уҡыусыһы Фаил Мортазин республика олимпиадаһында 3-сө урын алды. Ул уҡытҡан класта белем биреү сифаты 96 процент тәшкил итә, ә өлгәшеү – 100 процент.
Айгөл Нурғәлиева мәктәп һәм район сиктәрендә педагогик эшмәкәрлек алып бара. Ул 2018–2020 йылдарҙа аттестация комиссияһы ағзаһы булды. “Башҡорт телем – моң , башҡорт теле – йәшәү” республика конкурсы еңеүсеһе (2022 йыл), “Йыл кешеһе – 2022” халыҡ тауыш биреүе” конкурсының “Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы” номинацияһында еңеүсе (2022 йыл), “Йыл уҡытыусыһы – 2001” район конкурсы лауреаты. Күп йылдар дауамында гимназия ҡарамағындағы көндөҙгө лагерь начальнигы булып эшләй, коллегалары менән йәйге лагерҙа эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн Айгөл Данис ҡыҙы төрлө конкурс-олимпиадаларҙың ойоштороу комитетының рәхмәт хаттары, Салауат районы Хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булған. 2023 йылда үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Һөйөклө әсәй ике ул үҫтерә. Данил һәм Камил Малаяҙ башҡорт гимназияһында белем ала. Хөрмәтле коллегабыҙҙы юбилейы менән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ирина Сафина,
Малаяҙ башҡорт гимназияһы директорының башланғыс кластар буйынса урынбаҫары.