Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Июль , 12:01

Радий Хәбиров: Республика мәктәптәрендә «Курчатов кластары» асыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 1 сентябрҙән Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында һәм республика инженер лицей-интернатында «Курчатов кластары» асылыуы хаҡында хәбәр итте.

Радий Хәбиров: Республика мәктәптәрендә «Курчатов кластары» асыла
Радий Хәбиров: Республика мәктәптәрендә «Курчатов кластары» асыла

 

«Был иһә «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге менән уртаҡ проект, уны тормошҡа ашырыу тураһында милли тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Валентинович Ковальчук менән осрашыуҙа һөйләшеп килешкәйнек. «Курчатов кластары»нда балалар етенсе кластан башлап тәбиғи-ғилми фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнә, тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Рәсәйҙең 12 төбәгендәге 82 мәктәптә ошондай кластар бар. Хәҙер беҙҙә лә асыла», — тип яҙа Хәбиров.

Проект сиктәрендә уҡыусыларға заманса ҡорамалдарҙа һәм лабораторияларҙа эшләү мөмкинлеге бирелә, ә методик ярҙамды «Аврора» үҙәге күрһәтә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-11/radiy-habirov-anonsiroval-otkrytie-kurchatovskih-klassov-v-shkolah-bashkirii-3844398

Автор:Иван Вавилов
Автор:"Башинформ".
Читайте нас: