Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июль , 19:09

Башҡорт телен һанлаштырыу – заман талабы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ ЙОСОПОВА туған телде Интернетта үҫтереү буйынса республикала ҙур эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне

Башҡорт телен һанлаштырыу – заман талабы
Башҡорт телен һанлаштырыу – заман талабы

– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан был йәһәттән бик күп эштәр тормошҡа ашырыла. Интернет селтәрҙәрендә төрлө мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килде, балалар өсөн уйындар булдырылды. БашҡортСофт онлайн-тәржемәсеһе бар, уның беҙ Яндекс, Гуглға параллель текстарын эшләнек. Хәҙер тәржемәсенең текстарҙы тәржемә итеү сифаты яҡшырҙы.

Башҡортостан Башлығы грантына башҡорт егете, айтишник Айгиз Ҡунафин менән берлектә “Һомай” аҡыллы колонкаһын эшләп сығарҙыҡ. Ул балаларға башҡортса әкиәттәр һөйләй, йырҙар йырлай. Хәҙер беҙ республика Башлығы гранты ярҙамында “Һомай”ҙың етешһеҙлектәрен бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип хәбәр итте Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

Шулай уҡ ул башҡорт телен “Туған тел” федераль проектына индереү тураһында ла һөйләне.

– “Родной язык” тип аталған мобиль ҡушымтаға ундан ашыу тел керетелгән, унда башҡорт теле лә бар. Шуның ярҙамында, көнөнә биш-ун минут ваҡытыңды бүлеп, башҡорт телен өйрәнергә була. Ҡушымтаны Рәсәй кимәлендәге энтузиастар эшләгән. Уны мобиль телефонға бушлай алырға ла мөмкин, түләүле варианты ла бар. Дәреслектәрҙе беҙҙең коллегалар төҙөй. Уның эсендә видео-, аудиодәреслектәр бар, тест рәүешендә лә эштәр тәҡдим ителә. Ҡушымтаның төп геройҙары Урал һәм Айһылыу менән башҡорт телен өйрәнеп була, – тип аңлатты Гөлназ Рәүил ҡыҙы.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы йылына бер тапҡыр онлайн форматта башҡорт телендә олимпиадалар уҙғара. Сара өс кимәлдә ойошторола: башҡорт телен яҡшы белгәндәр өсөн, башҡорт телен өйрәнә башлағандар өсөн һәм башҡорт теле диалекттары буйынса. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Онлайн-олимпиада йыл һайын октябрҙә Республика көнө уңайынан үткәрелә. 2023 йылда сарала 30 меңләп кеше ҡатнашҡан.

Фонд Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарының рәсми сайтын булдырыу менән шөғөлләнә. Беҙҙең арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың Интернетта сайты эшләнгән. Гөлназ Рәүил ҡыҙы әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың күренекле яҙыусыларының сайттары юҡ, киләсәктә уларҙы күбәйтеү буйынса эшләйһе бар әле.

– Ғөмүмән, Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент күберәк икән, телебеҙ йәшәйәсәк. Башҡорт телен һанлаштырыу мөһим, сөнки ул – заман талабы. Беҙгә киләсәктә шул юҫыҡта эшләргә кәрәк.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙырыу акциялары, онлайн-олимпиада, башҡорт телен һанлаштырыу һәм башҡалар – былар барыһы ла һуңғы биш йылда уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар. Улар ҙур команданың эш һөҙөмтәһе. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп ярҙам күрһәтә. БР Башлығы Хакимиәте, республика Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы ла был йүнәлешкә ҙур булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында әллә күпме эштәрҙе бойомға ашырабыҙ һәм артабан да был тәңгәлдә эште дауам итәсәкбеҙ, – тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.  

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.  

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: