Мәғариф
28 Июнь 2024, 13:25

Салауат районында ике уҡыусы БДИ-ны 100 балға тапшырҙы

Малаяҙ башҡорт гиназияһынан Илшат Мөхәмәтйәнов – химиянан, Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбенән Илнар Ғайнанов физика фәненән Берҙәм дәүләт имтиханында иң юғары балл йыйҙы.

Юғары балл тырышлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыштың яҡшы һөҙөмтәләргә килтереүенә бик яҡшы миҫал булып тора.

Илшат Мөхәмәтйәнов туғыҙынсы кластан химия менән етди мауыға, Төп дәүләт имтиханын да бик яҡшы тапшыра. Шуға күрә ул химия, биология, экологияны тәрән өйрәнеү буйынса профилле класс һайлай. Сығарылыш уҡыусыһын имтиханға юғары категориялы уҡытыусы, класс етәксеһе Миләүшә Гранит ҡыҙы Садиҡова әҙерләне.
“Имтихан артыҡ ҡатмарлы булманы. Барлыҡ эштәр ҙә көтөлгәнсә булды, беҙ уларҙы дәрестәрҙә, консультацияларҙа күп өйрәндек. Имтихандан һуң хаталарым юҡ тигән, ышаныслы уйҙа инем”, – ти Илшат.
Илшат Мөхәмәтйәнов документтарын Өфө дәүләт нефть техник университетына тапшырырға ниәтләй.

Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбен тамамлаған Илнар Ғайнанов физиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы.

“Физика менән 7-се кластан, дәрес кеүек мауыға башланым. 9-сы класта һөнәр һайламағанға күрә Төп дәүләт имтиханында физика менән бергә инглиз телен дә тапшырҙым. 10-сы класта уҡығанда уҡ Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда физика миңә иң яҡшыһы булыр, тигән ҡарарға килдем. Һөҙөмтә көтөлмәгәнсә булды”, – тип уртаҡлашты Илнар.

Илнар рус теленән дә бик яҡшы һөҙөмтә күрәһәтте – 92 балл, ә профилле математиканан 81 балл алды.

Әйткәндәй, Башҡортостанда 100 балл йыйыусыға 150 мең һум түләнә. Әлбиттә, бының өсөн республика юғары уҡыу йортонда уҡырға ҡалыу төп шарт. 100 балға тапшырыусы уҡыусыны имтиханға әҙерләгән уҡытыусыларға ла премия ҡаралған. Мәктәптә белем биреүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу республика етәкселеге сәйәсәте өҫтөнлөктәренең береһенә әйләнде, был сифат күрһәткестәренең объектив үҫешенә булышлыҡ итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Быйыл сығарылыш уҡыусыларыбыҙ беҙҙе ҡыуандырҙы. БДИ һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 100 балға яҙған уҡыусылар иң күбе. 147 имтихан эше иң юғары баһаны алған - ул былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк (ул саҡта 82 ине). 11 сығарылыш уҡыусыһы бер юлы ике фәндән 100 балл йыйған, былтыр ундайҙар икәү ине. Был бығаса булмаған һөҙөмтәләр. Балаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайым! Киләсәктә һөнәр һайлауҙа уңыштар теләйем, һәм һәр саҡ уларға уңыштар юлдаш булһын. Һуңғы йылдарҙа йөҙ балл йыйыусыларҙың, олимпиада еңеүселәренең артыуы беҙҙең өсөн мәктәп мәғарифын яңыртыу буйынса бөтә эштәребеҙҙең нөктәгә етеүен күрһәтеүсе лакмус ҡағыҙы булып тороуы минең өсөн бик мөһим”.
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас