Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Июнь , 15:40

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

20 июндә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды. Университеттарға документтарҙы 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Уҡырға алыныу тураһында бойороҡтар 3-9 августа баҫылып сыға.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл вуздарында вуздарында 14,8 мең бюджет урыны асылған. Был республикалағы ун беренсе класты тамамлаусылар һанына тиң тиерлек.

Документтар тапшырыуға килгәндә, йылдан-йыл төрлө мәғлүмәт ресурстары ярҙамында был процедура ябайлаштырыла. Абитуриенттар документтарын «Вузға онлайн уҡырға инеү» суперсервисы менән «Дәүләт хеҙмәттәре» аша тапшырырға мөмкин. Был айырыуса икенсе ҡалалағы университетҡа инергә йыйынған йәштәргә уңайлы. Бынан тыш, быйыл күп функциялы үҙәк аша документтар биреү мөмкинлеге бар.

Шул уҡ ваҡытта ғаризаны шәхсән килеп, почта һәм юғары уҡыу йорттары сайттары аша тапшырырға мөмкин. Ғариза бюджет, шул иҫәптән маҡсатлы һәм түләүле, көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә, бакалавриат һәм белгеслек программаларына ҡабул ителә.

Шулай уҡ быйыл абитуриенттар дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында эш биреүсе менән маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыу килешеүен төҙөй ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп кенә юғары уҡыу йорттарында БДИ һөҙөмтәләренә өҫтәмә 10 балл алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, ГТО нормаларын тапшырған һәм юғары уҡыу йорто үткәргән олимпиадаларҙа ҡатнашҡан өсөн. Шуға күрә портфолионы мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ тиуплай башларға, сөнки бының өсөн уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар бирелә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: