Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Апрель , 17:45

Башҡортостанда әсәләр өсөн махсус белем биреү курсы асыла

Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге бушлай «Әсәлектә ябай экоҡағиҙәләр» курсын ойошторҙо, ул 15 майҙа башлана һәм 21 июнгә тиклем дауам итә.

Башҡортостанда әсәләр өсөн махсус белем биреү курсы асыла
Башҡортостанда әсәләр өсөн махсус белем биреү курсы асыла

Ул дистанцион технологиялар элементтары менән көндөҙгө уҡыу рәүешендә үтә, күләме 72 сәғәт. Курс әсәләр өсөн өҫтәмә белем булып тора. Уны тамамлағас, уларға дәүләт өлгөһөндәге квалификацияһын күтәреү тураһында таныҡлыҡ биреләсәк. Маҡсат - теоретик һәм практик белемде, оҫталыҡты һәм күнекмәләрҙе яңыртыу.

Экологик тәрбиә һәм бала гигиенаһы, йортто хәүефһеҙ йыйыштырыу, тәбиғи косметика, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу, арауыҡты ойоштороу, әйберҙәр менән экологик мөғәмәлә итеү, уйынсыҡтарға рациональ ҡараш, мәғәнәле сәйәхәт, экологик байрамдар кеүек варианттар ҡаралған, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" баҫмаһы.

Теләүселәр һылтанма буйынса яҙыла ала https://clck.ru/39hamQ. Бының өсөн исемлектәге «программаның атамаһы» пунктында «Әсәлектә ябай экоҡағиҙәләр»курсын һайларға. Тулыраҡ мәғлүмәтте +79174201295, +79872527428 телефондары йәки E-mail: [email protected] аша алырға мөмкин.

Фото ЦОПП РБ.

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: