Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль , 11:16

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына вузға уҡырға ингәндә ташламалар бар

2024 йылда ҡабул итеү кампанияһы мәсьәләләре буйынса брифингта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре кемдәрҙең республиканың юғары уҡыу йорттарына ингәндә льготалар менән файҙаланырға хоҡуҡлы булыуы хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына вузға уҡырға ингәндә ташламалар бар
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына вузға уҡырға ингәндә ташламалар бар

«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн льготалар бар. Рәсәй Геройҙары, Батырлыҡ ордены кавалерҙары һәм уларҙың балалары, шулай уҡ махсус операцияла һәләк булғандарҙың балалары имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Һәр юғары уҡыу йортонда ошондай категориялар өсөн тейешле квота бар. Квоталар тураһында ҡыҙыҡһындырған юғары уҡыу йортоноң сайтында белергә мөмкин.

Шулай уҡ контртеррористик операцияларҙа, мәҫәлән, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн дә ташламалар ҡаралған. Ошондай льготалар хаҡында мәғлүмәт менән университеттарҙың рәсми сайттарында танышырға була», — тип белдерҙеләр брифингта.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары тураһында ентеклерәк бында белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-21/v-bashkirii-u-detey-uchastnikov-svo-i-kto-est-lgoty-pri-postuplenii-v-vuz-3653397

Автор:Элина Әхмәтова
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: