Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль , 18:00

Аспиранттар һәм адъюнкттар өсөн президент стипендияһы — 75 мең һум

Президент указы буйынса 2024 йылда Рәсәйҙә илдең фәнни-технологик үҫеш өҫтөнлөктәрен ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ғилми тикшеренеүҙәр алып барған аспиранттар һәм адъюнкттар өсөн стипендиялар  булдырыла. Стипендия тәғәйенләү һәм түләү тәртибе тураһындағы ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Аспиранттар һәм адъюнкттар өсөн президент стипендияһы — 75 мең һум
Аспиранттар һәм адъюнкттар өсөн президент стипендияһы — 75 мең һум

Документтан күренеүенсә, стипендиялар, көндөҙгө уҡыу ваҡытына ҡарап, йыл һайын конкурс һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса 1 йылдан 4 йылға тиклем бирелә. Һәр береһенең күләме — айына 75 мең һум. Түләүҙәр федераль бюджеттан финанслана.

Стипендия алыу өсөн кандидаттарҙы уларҙың ғилми етәкселәре күрһәтергә, ә стипендиаттар тураһында ҡарарҙы конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәләре буйынса Стипендия тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса совет ҡабул итергә тейеш.

«Ошо сара талантлы йәш ғалимдарға ярҙам итергә, уларға һәләттәрен, һөнәри ҡаҙаныштарын күрһәтергә мөмкинлек бирер һәм тағы ла күберәк асыштар сәнәғәттә, микроэлектроникала, медицинала һәм башҡа мөһим йүнәлештәрҙә киң ҡулланыу табыр тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Михаил Мишустин 8 февралдә уҙған хөкүмәт ултырышында.

Автор:
Читайте нас: