Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль , 17:08

Йыһанда тараҡандар һәм киләсәк кейемдәре: «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостан фәне көндәре башланды

ВДНХ комплексындағы Башҡортостан Республикаһы стенды биләмәһендә ғилми программа өс көн барасаҡ: 6 февралдә - «Ғилми технологиялар көнө», 7 февралдә - «Фәнни-мәғариф үҙәге көнө», ә 8 февралдә «Фән көнө» үткәреләсәк. Программаның девизы - «Фән ҙур әһәмиәткә эйә».

Йыһанда тараҡандар һәм киләсәк кейемдәре: «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостан фәне көндәре башланды
Йыһанда тараҡандар һәм киләсәк кейемдәре: «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостан фәне көндәре башланды

Был көндәрҙә республика стендында фәнни-мәғариф үҙәктәре ғалимдарының ҡаҙаныштары тәҡдим ителәсәк. Килгән ҡунаҡтар лаборатор тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша һәм банандан ДНК бүлә, бейек башня төҙөй, дарыуҙарҙың сифатын билдәләргә өйрәнә ала. Ғалимдар йыһанда тараҡандарҙы ни өсөн үрсетеү кәрәклеге, полимерҙарҙың кешеләрҙең тормошон яҡшырта алыуы һәм токты тағы ла нисек һөҙөмтәлерәк ҡулланып булыуы хаҡында һөйләйәсәк.

Кескәйҙәр деталдәрҙән самолет һәм мини-электродвигатель йыйып, викториналарҙа һәм ғилми квиздарҙа ҡатнаша ала. БДМУ ғалимдары һәм уҡытыусылары уларға үҙҙәре эшләгән өҫтәл уйындарында уйнарға тәҡдим итәсәк. Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары киләсәк кейемдәре тураһында һөйләйәсәк. Ә палеонтология һәм археология менән ҡыҙыҡһыныусыларға Өфөнән алыҫ түгел ерҙә табылған йөнлө мамонт тешен күрһәтәсәктәр.

Күргәҙмәнең айырым элементы - «Мәғарифта ғилми сәнғәт» Art&Science экспозицияһы. Стендта тәүге тапҡыр Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең һанлы формулаһы күрһәтелә. Ул - Евразия фәнни-мәғариф үҙәге уңыштарының төп күрһәткестәрен химик формулаға әүерелдергән математик алгоритм ярҙамында төшөрөлгән картина.

Жанна Миронова.

"Республика Башкортостан" гәзите.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: