Кәңәшмәлә фән, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, полилингваль күп профилле мәктәп директорҙары ҡатнашты. Был турала республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
– Беҙ бөгөн киләсәккә бурыстар билдәләү өсөн йыйылдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Үткән тематик кәңәшмәлә бер нисә ҡарар ҡабул иткәйнек. Уларҙың күбеһен ғәмәлгә ашырҙыҡ. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһына ярҙам, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, полилингваль гимназиялар селтәрен үҫтереү, дәүләт һәм муниципаль власть органдарында кәңәшмә ваҡытында республиканың дәүләт телдәрендә сығыш яһауҙы ойоштороу. Артабан барырға кәрәк.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, республиканың мәғариф системаһында 13 туған телде өйрәнеү ойошторолған. Әйтәйек, балалар баҡсаларында башҡорт, татар, сыуаш, удмурт телдәре, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә мордва һәм мари телдәре туған тел булараҡ өйрәнелә. Мәктәптәрҙә рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, украин, немец һәм белорус телдәре уҡытыла. 2023/2024 уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларының 29,5 проценты (153 800 кеше) туған телдәрҙе (рус телен иҫәпкә алмайынса) өйрәнә. Был уҙған уҡыу йылына ҡарағанда 8,5 мең балаға күберәк.
Бынан тыш, республика мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү ойошторолған. Уҡыусыларҙың 78,5 проценты – 408 781 кеше уны һайлаған. Былтырғыға ҡарағанда 42 мең балаға күберәк.
Башҡортостанда һигеҙ полилингваль күп профилле мәктәп уңышлы эшләй. Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалы, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында. 2024 йылда Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай ике мәктәп асыу, 2030 йылға тиклем республикала өҫтәмә һигеҙ полилингваль белем биреү учреждениеһы төҙөү планлаштырыла.
Уңышлы проекттарҙың береһе – Башҡорт теленән диктант, 2019 йылдан ул халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Әгәр башланғыс этапта 70 мең кеше диктант яҙһа, 2023 йылда бар донъяла ҡатнашыусыларҙың һаны 340 меңдән ашты.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ла йыл һайын башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарға грант ярҙамы конкурстарын уҙғара. Мәҫәлән, былтыр дөйөм суммаһы 900 мең һумлыҡ 25 грант киң мәғлүмәт өлкәһендәге башланғыстарҙы һәм онлайн-проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде.
Бынан тыш, 2023 йылда башҡорт теленән тәүге онлайн-олимпиада ойошторолдо. Унда 23 илдең һәм Рәсәйҙең 67 төбәге вәкилдәре – бөтәһе 27,6 мең кеше ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡала урамдарын төҙөкләндереү барышында адреслы таҡтаны башҡортса яҙырға кәрәклегенә иғтибар итте.
Кәңәшмә аҙағында Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға республикала Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса яңы башланғыстар хаҡында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.