Мәғариф
16 Ғинуар 2024, 13:30

Башҡортостанда уҙған ике йылда 140 мәктәп төҙөкләндерелгән

Хәҙер 40 меңгә яҡын уҡыусы матур һәм йылы кластарҙа уҡый!

Башҡортостанда уҙған ике йылда 140 мәктәп төҙөкләндерелгәнБашҡортостанда уҙған ике йылда 140 мәктәп төҙөкләндерелгән
Башҡортостанда уҙған ике йылда 140 мәктәп төҙөкләндерелгән

Ә элек Башҡортостанда йыл һайын ни бары бишәр мәктәпкә ремонт эшләнгәнен белә инегеҙме, ә уҙған ике йыл эсендә 140 бинаға ремонт яһалған!

Салауат районында 2022 йылда Тирмән ауылындағы Сафуан Әлибаев исемендәге урта мәктәпкә капиталь ремонт эшләнде. 2023 йылда Урмантау мәктәбе бинаһы төҙөкләндерелеп, заманса төҫ алды.  

Был Президент ҡушыуы буйынса 2022 йылдан тормошҡа ашырылған капиталь ремонт программаһына ярашлы мөмкин булды. Беҙҙең республика тиҙ арала һәйбәт заявка әҙерләне һәм республикаға күберәк аҡса бүленде - бөтәһе 8,5 миллиард һум.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас