Мәғариф
10 Ғинуар 2024, 09:00

Уҡытыусы, методист, остаз

Яңы йылдың тәүге көнөндә Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәғариф хеҙмәткәре Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙы Миһранова (Мөжәүирова) 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Уҡытыусы, методист, остазУҡытыусы, методист, остаз
Уҡытыусы, методист, остаз

Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Һәр йортҡа яҡты нур өҫтәп, ырыҫ килтерһен ине 2024 йыл. Илебеҙҙең тыныс күге аҫтында бәрәкәтле тормош көтөргә яҙһын барығыҙға ла.
Үткән Уҡытыусы һәм остаз йылын барлағанда бик күп хәтирәләр иҫкә төштө. Оҙаҡ йылдар район методик кабинетында эшләп, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең остазына әйләнгән мәрхүмәләр Лиза Ғәниева һәм Гөлзада Байтуллина, әле лә әүҙем тормош алып барған Сажиҙә Миһранова, Лилиә Шәрәфетдинова, Ғәлиә Вәлинурова, Гүзәл Хөснөтдинова менән эшләгән дәүерҙе һәр саҡ һағынып иҫкә алам.
Бөгөн һүҙем – 46 йыл мәғариф системаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәттәшем Сажиҙә Миһранова тураһында. Ул Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағандан һуң 16 ғына йәшендә үҙе уҡып киткән Мәсетле мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Йәш ҡыҙҙың һәләтен күреп, рәсем һәм йыр дәрестәрен дә өҫтәп бирәләр. Өс йылдан һуң Иҙелбай мәктәбенә күсерәләр һәм унда уҡытыусы, мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
Совет заманында ҡайҙа белгес кәрәк, шунда уҡытыу­сыларҙы күсереп йөрөтөү практикаһы бик киң ҡулланыла ине. 1978 йылда байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән йәш белгесте Илтәй төп дөйөм белем биреү мәктәбенә ебәрәләр һәм бер йылдан мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. 5 йыл эшләү дәүерендә мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға, коллектив туплауға күп көс һалырға тура килә уға. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем була: бүлексәлә комсомол ойошмаһы секретары, Янғантау ауыл советы депутаты, сәйәси уҡыуҙар үткәреү, йәштәргә киске уҡыу ойоштороу – барыһына ла өлгөрә.
Әйтергә кәрәк, тормош юлдашын да ошо ауылда осрата. 1983 йылда йәш ғаилә Малаяҙҙа төпләнә. Мәктәп карьераһының бар баҫҡыстарын үтеп, эш асылын аңлаған Сажиҙә Миһранованы мәғариф бүлегенә эшкә саҡыралар һәм методик кабинетҡа тәрбиә эштәре буйынса методист итеп тәғәйенләйҙәр, 1986 йылда телдәрҙе уҡытыу буйынса методист итеп күсерәләр һәм ошо вазифаны 2016 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, юғары кимәлдә башҡара. Туған телдәр уҡытыусылары менән шәхсән эшләп, улар­ҙың көслө алымдары, һәләтенә таянып, методиканы үҫтереү буйынса аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр береһен яҡты йондоҙ итеп ҡабыҙа ул. Эш һөҙөмтәләре лә быны раҫлай. 1996 йылдан алып 2016 йылға тиклем “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсын район күләмендә лә уҙғарып, республикала ла беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ йыл да уңышлы сығыш яһай. Ике тиҫтә йылда – 2 Гран-при яулаусы: Рәмис Урманшин (Малаяҙ башҡорт гимназияһы) һәм Венера Ситдиҡова (Лағыр урта мәктәбе). Әйткәндәй, Венера Мәхәсим ҡыҙы менән Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының конкурсына барып, призлы урын алып ҡайтыуға ирештеләр. Ҡалғандары номинация еңеүселәре, тимәк, республикабыҙҙың иң яҡшы, йондоҙло 10 уҡытыусы рәтенә кергән мөғәллимдәр. Татар теле уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы: Филүзә Руфиева (Таймый) һәм Зәлиә Хәйретдинова (Лаҡлы) – республика конкурстары лауреаттары. Ошо еңеүселәрҙән торған ижади төркөм остаздары ярҙамында уҡытыу программаларын төҙөй, төрлө саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Республика кимәлендә генә түгел, сит өлкәләргә сығып та тәжрибә уртаҡлашып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа төплө сығыш яһайҙар, район мәғариф бәҫен күтәрәләр. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең, “Һаумы, һаумы, әкиәт”, интеллектуаль уйындарҙа ла район уҡыу­сыларын республика кимәленә әҙерләп, Гран-при, приз­лы урындар алыуҙа Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙының өлөшө ҙур.
“Телем, илем” тип янып йәшәгән ватансыл шәхес 1996 йылдан 2016 йылға тиклем Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы секретары була, отчеттар төҙөү, сығыштар яҙыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Бөтә донъя башҡорттарының II һәм IV Ҡоролтайы делегаты булыу бәхете лә тейә уға.
Яңы быуат башында республика буйынса Ағинәйҙәр ҡор­ҙары ойошторола башлағас, беҙҙең райондың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ла ситтә ҡалмай. 2014 йылда Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙы районыбыҙҙың беренсе баш ағинәйе итеп һайлана. Ауыл биләмәһе башлыҡтары менән кәңәшләшеп, ауылдарҙа Ағинәйҙәр ҡорон ойоштороусы ла ул була. Хаҡлы ялға киткәндә был эште Светлана Нотфулла ҡыҙы Васильеваға тапшыра.
Сажиҙә Миһранованың тырыш хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланған. "Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы", "Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре", "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" исемдәрен лайыҡлы йөрөтә ул.
Остазыбыҙ Лиза Ибраһим ҡыҙы йыш ҡына беҙгә әйтер ине: “Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булғас, һеҙ бар яҡлап та үрнәк күрһәтергә бурыслы: ғаиләгеҙ өлгөлө, балаларығыҙ тәрбиәле, көткән донъяғыҙ ялт итеп торорға тейеш”. Коллегабыҙ был яҡтан да өлгөр булды. Тормош иптәше Зәғәфүрән Шәймәрҙән улы менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерҙеләр. Бөгөн иһә Сажиҙә Миһранова ҡыҙы Зөлфиә, улы Зөфәр, бер ейәне, ике ейәнсәренең матур тормошона шатланып йәшәй. Балалары икеһе лә – иҡтисад белгестәре, ғаилә ҡорғандар, Өфөлә төпләнгәндәр, ҙур банктарҙың бүлексә етәкселәре булып эшләйҙәр.
Көҫәпәй ауылында күп балалы ғаиләлә үҫкән иң оло апай булараҡ, бар туғандарына ла терәк-таяныс булды, әле лә уларға кәңәштәрен бирә, ярҙамынан ҡалдырмай.
Ҡәҙерле әсәй, өләсәй, ихтирамлы апай, хөрмәтле остаз, коллегабыҙ Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙын юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ менән күңел тыныслығында, тормоштан йәм табып бәхетле ғүмер итеүен теләйбеҙ.

 

Автор:Рәйлә Латипова, педагогик һәм матбуғат ветераны.
Читайте нас