Мәғариф
12 Декабрь 2023, 13:21

"Аҡмулла диктанты"на ҡушылығыҙ!

12-нән 14 декабргә тиклем Башҡорт теле көнө уңайынан Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған "Аҡмулла диктанты" акцияһы ойошторола. Быйыл диктант дүртенсе тапҡыр үткәрелә.

"Аҡмулла диктанты"на ҡушылығыҙ!"Аҡмулла диктанты"на ҡушылығыҙ!
"Аҡмулла диктанты"на ҡушылығыҙ!

Акция https://bashdict.ru/ сайтында онлайн уҙғарыла. Диктантта ҡатнашыусыларҙың йәше, белеме, дине һәм гражданлығы мөһим түгел, башҡорт һәм рус телдәрен белергә генә кәрәк. 

Унда 30 тест эше: М. Аҡмулланың һәм уның замандаштарының тормошо һәм ижады тураһында 10 һорау, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында 10 һорау, нәфис әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы тураһында 10 һорау бирелә.

Диктант өсөн иң юғары баһа - 100 балл. Эштәрҙе башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Диктант йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләр яҙылған сертификат тапшырыла. 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас