

Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Бала саҡтан уҡ бик теремек, уңған, бар эште лә еренә еткереп эшләп, беҙгә, бәләкәй туғандарына, өлгөлө апай булды.
Бала сағынан уҡытыусы булырға хыялланды. Шуға күрә Иҫке Мөхәмәт ауылының 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына юл ала. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом алғас, уны Салауат районы Яҙғыйорт ауылына юллама буйынса эшкә ебәрәләр. Йәш белгес ең һыҙғанып эшкә тотона. Шунда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Әле генә әрме сафтарынан ҡайтҡан йәш егет Ғәйфулла Ғәлимуллин апайыбыҙға бер күреүҙән ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешеп, бик матур донъя ҡора. Димара апайыбыҙ ҡәйнәһе, еҙнәбеҙҙең 4 бәләкәй туғаны булған ғаиләлә үҙ кеше булып китә. Уны әле лә еҙнәбеҙҙең туғандары бик яҡын күреп, кәңәшләшеп йәшәйҙәр, ә ҡәйнәһенең һуңғы көнөнә тиклем яратҡан килене булып ҡалды. Тырыш, уңған апайыбыҙ ҡулында йәш балаһы, өй тулы эш була. Шуға ҡарамаҫтан, ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын да тамамланы. Яҙғыйорт мәктәбендә тырыш уҡытыусы ғына түгел, ә йәмәғәт эштәрендә лә ул бик әүҙем була. Бер нисә йыл рәттән ауыл советы депутаты итеп һайлана, агитатор-пропагандист та була, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә лә ҡатнашырға өлгөрә.
80-се йылдар башында Ғәлимуллиндар, инде 3 балалы ғаилә, район үҙәге Малаяҙға күсенеп килә. Тәүҙә – Малаяҙ урта мәктәбендә, һуңынан Малаяҙ башҡорт гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшен дауам итә.
Әммә тормош тик бер төрлө генә бармай шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1985 йылда еҙнәбеҙ ваҡытһыҙ был донъянан китеп барҙы. Апайыбыҙ береһенән-береһе бәләкәй 3 бала менән яңғыҙ тороп ҡалды. Тик ул һығылып төшә торғандарҙан түгел, яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдында юғалып ҡалманы, бер кемгә лә күҙ йәшен күрһәтеп илап ултырманы, артабан эшләргә һәм балаларын үҫтерергә көс тапты. Ике улына һәм ҡыҙына атай ҙа, әсәй ҙә тәрбиәһе бирҙе, уларға юғары белем алырға ярҙам итте.
Бөгөн ҡыҙы Альбина ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында төпләнгән, врач-терапевт булып эшләй. Ире Артур менән 3 ул үҫтерәләр. Улы Артур Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында уҡытып йөрөй, ҡатыны Фидалия менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр.
Инде балалар үҫте, яралар уңала төштө, тигәндә генә Димара апайыма бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килде. 18 йыл элек Альберт туғаныбыҙ, барыбыҙҙы ауыр ҡайғыға һалып, беҙҙең аранан китеп барҙы. Көслө рухлы Димара апайыбыҙ шундай ауыр ҡайғыһынан һынманы, бар көсөн уҡыусыларына һәм яратҡан эшенә бирҙе.
40 йылға яҡын уҡытыу дәүерендә Димара Сибәғәт ҡыҙы бик күп Почет грамоталарына, маҡтаулы исемдәргә һәм РФ Президенты грантына лайыҡ булды. 1998 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашып, Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһын алды, 2001 йылда “Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы” билдәһенә лайыҡ булһа, 2002 йылда республика “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы финалсыһы булараҡ, уға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелә.
Әммә Димара апайыбыҙ бер ваҡытта ла үҙенең маҡтаулы исемдәре менән һауаланып йөрөмәне, үҙенә генә хас булған тыйнаҡлыҡ менән: "Минең өсөн маҡтаулы исемдәр әллә ни түгел, ә бары уҡыусыларымдың уҡып, кеше булыуҙары мөһим, уларҙың беҙгә ҡарата хөрмәте бик ҙур баһа", – ти ул.
Беҙ, туғандары, апайыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Зифа Мырҙаханова.
Бөрө ҡалаһы.