Мәғариф
21 Ноябрь 2023, 08:00

Утыҙ йылдан ашыу директор булып эшләгән

Педагогик хеҙмәт ветераны Франс Хәбир улы Мөжәүиров Әлкә урта мәктәбенең матди-техник базаһын нығытыуға, уҡытыу-тәрбиә кимәлен күтәреүгә ҙур көс һала.

Утыҙ йылдан ашыу директор  булып эшләгәнУтыҙ йылдан ашыу директор  булып эшләгән
Утыҙ йылдан ашыу директор булып эшләгән

Франс Мөжәүиров 1943 йылдың 7 ноя­брендә Әлкә ауылында 5-се бала булып донъяға килә. Һуғыш ваҡытында атаһы хеҙмәт Армияһына алына, сөнки ул оло йәштә була. Әсәһе 5 бала менән тороп ҡала. Әммә ауырлыҡтарға бирешмәй, балаларын һаҡлап алып ҡалып үҫтерә.
Франс ауылда 7 класты уҡығас, Кропачевола урта мәктәпте тамамлай. Һуңынан Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Ул студент сағында уҡ күрше Йонос ауылы ҡыҙы Мәнзүмә менән ғаилә ҡора. Уҡыуын тамамлағас, йәш белгестәр Әлкә ауылында хеҙмәт юлын башлай. Франс Хәбир улы балаларға математика һәм физиканан белем бирһә, тормош иптәше химия һәм биологиянан уҡыта. Йәш белгесте тәүҙә директор урынбаҫары, һуңынан директор итеп үрләтәләр. 10 йыл етәкселек итеү дәүерендә мәктәпкә төкәтмә эшләтә, уҡытыу­сылар өсөн 10 фатир төҙөтә. Ул саҡта мәктәп кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән була. Шулай итеп, ул көслө кадрҙар ҙа туплай. Уҡыусылар дүрт ауылдан йөрөп уҡыйҙар, белем кимәле лә бик түбән була. Шуға ла етәксе 150 урынлыҡ интернат төҙөү идеяһы менән яна. 15 йыл үткәс, Әлкә мәктәбе танымаҫлыҡ булып үҙгәрә: матди базаһы нығына, уҡыу-тәрбиә кимәле лә күтәрелә. 30 йылдан ашыу директор булып эшләү дәүерендә үҙен ул бик эрудициялы, мәғарифтағы яңылыҡтарҙы тиҙ отоп алыусы белемле педагог та итеп таныта. Мәҫәлән, балалар аттес­тат менән бергә эшсе һөнәрен дә алып сыға ине. Бының өсөн мәктәптең 4 тракторы, комбайны, ике автомобиле була, 200 гектар ерҙә иген, йәшелсә үҫтерәләр.
Франс Хәбир улының бөтә тырышлығы, емешле хеҙмәте юғары баһалана: "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы", "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы", "Почет билдәһе" ордены кавалеры исемдәрен ғорур йөрөтә. Бөгөн Мөжәүировтар ғаиләһе бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Улар Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙ һәм ул үҫтереп, бөгөн ейәндәренә кинәнеп ғүмер итәләр. Франс Хәбир улы ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын билдәләне. Алдағы көндәрҙә лә Һеҙҙе матур киләсәк көтһөн, бәхеттә, һаулыҡта ғүмер итегеҙ!

Гөлшат Рәйесова.

Автор:
Читайте нас