

Балалар төркөмдәренең күргәҙмәлә ҡатнашыуын ойоштороусы булып “Беренсе хәрәкәт” дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте һәм “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тора.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин "Молодежная газета" баҫмаһына тип хәбәр итеүенсә, “Беренсе хәрәкәт”тең төбәк бүлексәһе 1257 беренсел ойошма булдырған һәм 25 меңдән ашыу баланы эшкә йәлеп иткән. Башҡортостан “Беренсе хәрәкәт” гранттары һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инде. 28 проект-еңеүсе 62 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп итә.
Билдәләп үтергә кәрәк, “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы Мәскәүҙә ВДНХ-ла 4 ноябрҙә асыласаҡ һәм 2024 йылдың апреленә тиклем бер майҙансыҡта Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт, ауыл хужалығы, энергетика, транспорт, төҙөлөш, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтеләсәк. Башҡортостан шулай уҡ күргәҙмәлә үҙенең космолет формаһында эшләнгән юғары технологиялы стендын тәҡдим итәсәк.
Шулай уҡ Башҡортостан Мәғариф һәм фән аҙналығында ҡатнаша. Төбәктең мәғариф системаһын республиканың мәғариф ойошмалары эшмәкәрлеге аша күрһәтәләр. Республиканың ҙур колледждары Башҡортостандың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге менән бергә йыһанға арналған программа әҙерләй. Унда ҡатнашыусыларға космонавтарҙың ни өсөн тап башҡорт балын ашауы һәм космонавтарға нисек һайлап алыуҙары, йыһан туҡланыуы буйынса дәрестәр тәҡдим итеүҙәре, ракеталар етештереү һәм марсоход эше тураһында һорауҙарға яуап биреләсәк.
Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға башҡорт теле буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителәсәк, унда телмәр һүҙҙәрен һәм яңы йыһан терминдарын тикшерәсәктәр.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы матбуғат хеҙмәте.