+24 °С
Ямғыр


«Форум эшендә мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләгән 600-ҙән ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша. Улар араһында — фән, мәғариф белгестәре, мәғариф идаралығының муниципаль органдары етәкселәре, шулай уҡ балалар баҡсалары мөдирҙәре, педагогтар һәм тәрбиәселәр», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығында.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала балалар баҡсалары өсөн бала ҡараусы курстарына ҡабул итеү бара. Бала ҡараусы йәки тәрбиәсе ярҙамсыһы һөнәрен бушлай алырға мөмкин. Уҡытыу «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә алып барыла.