

Донъялағы иң абруйлы һәм дәрәжәле һөнәрҙәрҙең береһе уҡытыусы эшенән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмай. Айырыуса хөрмәт һәм маҡтауға лайыҡ һөнәр эйәһен, мәктәп йылдарындағы яратҡан мөғәллимдәрен һәр кем ғүмерлеккә күңелендә йөрөтә. Үҙ һөнәреңә тоғролоҡ, балаларға булған мөхәббәт, бар булмышыңды, көсөңдө, аҡылыңды яратҡан эшеңә арнау һәләте барыһына ла бирелмәй. Бар ғүмереңде мәғарифҡа арнау – үҙеңдең донъялағы тәғәйенләнешеңде аңлап, оло яуаплылыҡ менән өмөтлө киләсәк әҙерләү ҙә ул.
Һөнәргә бирелгәнлектең быуындан-быуынға күсеп, нәҫелдәрен затлы иткән төшөнсә булғанын Әлкә ауылындағы Ғиниәтуллиндар ғаиләһе иҫбатлай.
Педагогтар династияһының усағын ҡабыҙыусы әсәйебеҙ, мөғәллимә Маһира Мәғәфүр ҡыҙы Вәкилова-Ғиниәтуллина 40 йылдан ашыу Әлкә мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан. Быйыл уға 100 йәш тулыр ине.
Әсәйебеҙ Мөсәт ауылында тыуып үҫкән. Ете йыллыҡ мәктәпте, Мәсәғүт педучилищеһын, Башҡорт педагогия институтын тамамлаған. 1941 йылда Әлкә ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Фронтовик Хәлил Ғиниәт улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Әсәйебеҙ 1983 йылға тиклем Әлкә урта мәктәбендә уҡыта. Бик күп йылдар ауылда агитатор, пропагандист булып эшләй. Һуғыш утында сыныҡҡан, ауыр яралы атайыбыҙ ҙа бер аҙ уҡытыу эшендә була. Ул Малаяҙ урта мәктәбендә, һуңынан 7 йыллыҡ Әлкә мәктәбендә военрук була, тарихтан уҡыта. Улар ете балаға ғүмер бирәләр. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Әлбиттә, хаҡ һүҙҙәр. Дүрт ҡыҙҙары уҡытыусылар династияһын тоғро дауам итеүселәр.
Оло ҡыҙҙары, апайым – Лена Хәлил ҡыҙы Әлкә мәктәбендә күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбитенән, тарихтан уҡытты. Стажы – 40 йыл. Хәрби һәм Хеҙмәт Даны музейы, 5 ауылдың шәжәрәһен төҙөүсе лә ул. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы. 2006 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары араһында грант яулаусы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бик күп эштәр менән шөғөлләнә: мәсеттә баш дини абыстай, ағинәй булараҡ, бөгөнгө заман йәштәренә иң кәрәк төшөнсәләр: иман, тәүфиҡ, рух ныҡлығын булдырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләй, Ҡөрьән уҡый, биш намаҙын ҡалдырмай. Салауат Юлаев буйынса ла ҙур белгес, конференцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Ауылда иң хөрмәтле кеше. Улы Фәнис Дамир улы, килене Гөлфәриә Дауыт ҡыҙы уның эшен дауам итеүселәр.
Икенсе ҡыҙҙары, апайым – Динә Хәлил ҡыҙы һөнәре буйынса – математик. Үҙ эшенең оҫтаһы. Стажы – 45 йыл. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай, бер аҙ Әбйәлил районында эшләй, аҙаҡ бар ғүмерен туған мәктәбендә эшләүгә арнай. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Хаҡлы ялда булһа ла, уҡыусылар уның өйөнән өҙөлмәй, ветеран-уҡытыусы уларға математика серҙәрен өйрәтә, кәңәштәр бирә.
Тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы Почет грамотаһы, “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәһе менән баһаланған. Килене Лира Әбүзәр ҡыҙы – уның эшен дауам итеүсе.
Апайым – Айгөл Хәлил ҡыҙы БДУ-ның география факультетын тамамлаған. Райондың Һарғамыш, Әлкә мәктәптәрендә, Өфөнөң Дим биҫтәһендә уҡыта. Һуңынан БДУ-ла иҡтисад факультетында өлкән уҡытыусы булып эшләй. Стажы – 40 йыл. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Хәҙер дин юлында, Ҡөрьән уҡый, намаҙҙа. Ҡыҙы Регина уның юлын дауам итә.
Мин үҙем, Гөлсөм Хәлил ҡыҙы, башта Миәшәгәр балалар баҡсаһында, мәктәбендә эшләнем. Хәҙер Әлкә урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытам, стажым – 34 йыл. Хеҙмәтем “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһе, Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалы менән билдәләнгән. 2014 йылда уҡыусым менән Урал батыр республика бәйгеһендә Гран-при яулап, грант алыусы ла беҙ. Минең эшемде дауам итеүселәр – ҡыҙым Лариса Валерик ҡыҙы һәм кейәүем Нияз Нәҡи улы Шакировтар.
Бер туған ағайым Ғиниәтуллин Фәрит Хәлил улы ла мәктәптә военрук булып эшләп китте. Уның ҡыҙы Лилиә лә уҡытыусы ға уҡыған, бөгөн “Йүрүҙән” район гәзитендә хеҙмәт итә. Фуат ағайымдың ҡыҙҙары Ирина ла, Светлана ла уҡытыусы булып эшләнеләр.
Тағы педагогик эшенә тоғро ҡалған киленебеҙ, еңгәбеҙ Рида Радик ҡыҙы тураһында әйтеп китке килә. Өфө ҡалаһының 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлеген, Бөрө педагогия институтын тамамлаған. 40 йылдан ашыу эш дәүерендә 30 йылын мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләне. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Атайым яғынан ике туған апайым Рәүзиә Тимербай ҡыҙы тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Иҙелбай мәктәбендә 40 йыл эшләү дәүерендә кемде генә уҡытмаған, кемгә генә тәрбиә һабаҡтарын бирмәгән. Апайым әле лә хеҙмәт юлында.
Бына бер аҙ үҙебеҙҙең династия хаҡында таныштырып үттем, уның хаҡында бик күп һөйләргә була. Мин үҙемдең тамырҙарым менән ғорурланам, уларҙан йәшәүгә һут алам.
Үҙе һайлаған яуаплы юлдан балаларын да эйәртә алған Маһира Мәғәфүр ҡыҙының уҡытыусылар династияһы үҙ эшен дауам итә. Ул тоҡандырған усаҡ һүнмәй, һүрелмәй…
Гөлсөм Имамова,
Әлкә урта мәктәбенең башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.