Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Сентябрь 2023, 19:35

Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы

Бөгөн, 23 сентябрҙә, республика Рәсәйҙең 89 төбәгендә үткән акцияға ҡушылды. Уҡытыусы һәм остаз йылында «Педагогик диктант»ты икенсе тапҡыр яҙалар.

Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы

Бөтә ил буйынса, «Рәсәй - Минең тарихым» педагогик юғары уҡыу йорттары һәм тарихи парктары булған 100-ҙән ашыу майҙансыҡта, диктантта ҡатнашыусылар текст декламаторҙарын тыңлап, үҙҙәренең тәрбиәүи мәсьәләләрен хәл итеү тәҡдимен индерҙе. Өфөлә «Педагогик диктант» М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансыҡтарында, Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтының корпусында уҙҙы.

Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 100-ҙән ашыу студент һәм уҡытыусы педагогик оҫталыҡта үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн Аҡмулла университетының ике аудиторияһында йыйылды. Быйыл акция бөйөк Рәсәй педагогы К. Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған.

Педагогия хеҙмәте авторының тексын һайлау бөгөн көнүҙәк һәм хеҙмәт тәрбиәһенә арналған.

«...тәрбиә кешенең аҡылын үҫтереп, уға билдәле бер мәғлүмәттәр күләмен бирергә генә түгел, ә унда унан тыш тормошон лайыҡлы ла, бәхетле лә итә алмаған етди хеҙмәт сарсауын тойорға тейеш» - тип яҙған бөйөк педагог.

Акцияла ҡатнашыусылар К.Д.Ушинскийҙың әҫәренән өҙөк тыңланы һәм, үҙ һөнәри тәжрибәһен файҙаланып, ике сәғәттән ашыу һорауҙар өҫтөндә фекер алышты һәм ҡуйылған бурыстарҙы үҙ аллы хәл итеү юлдарын эҙләне.

Педагогия фәндәре кандидаты, педагогика кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы Людмила Ғирфанова һәм педагогия фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның рус теле, теоретик һәм ғәмәли лингвистика кафедраһы доценты, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2021» конкурсының абсолют еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Лилиә Муллағәлиева «Педагогик диктант» текстарының деклараматоры булды.

Лилиә Муллағәлиева: «Акцияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙең иң яҡшы педагогтарының фекерҙәрен яҡшыраҡ аңлай һәм уҡый ала. Бөгөн беҙҙең студенттар ҡатмарлы тәрбиәүи мәсьәләләрҙе хәл итә, педагогик техникаларҙы һәм алымдарҙы, Рәсәй мәғарифы алдында торған көнүҙәк бурыстарҙы үҙ эсенә ала. Ушинскийҙың тексы бөгөнгө көндә лә көнүҙәк. Ил мәктәптәренә «хеҙмәт тәрбиәһе» тигән фән ҡайта. Бөйөк педагогтың идеялары аҡыллы һәм физик эш итеү мөһимлеген билдәләй, уҡытыусыларға үткәндә баһалап бөткөһөҙ идеялар һәм методикалар табырға һәм уларҙы хәҙерге заманға күсерергә ярҙам итә, улар өйрәтә һәм илһамландыра».

Виктория Малыбаева, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институтының 5-се курс студенты акция башланыр алдынан тәьҫораттары менән уртаҡлашты: «Диктанттың эштәре буласаҡ һөнәремә бәйле, һәм тағы ла миңә бөтә профессиональ конкурстар, мәҫәлән, мин «Рәсәйҙең буласаҡ быуын уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаштым. Педагог һәм остаз йылында буласаҡ һөнәрҙә көсөмдө һынағым килә, һәм туплаған белемем миңә мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итергә ярҙам итер, тип уйлайым. Бындай конкурстар беҙҙең һөнәргә иғтибарҙы йәлеп итә, ә йәмғиәттә уҡытыусылар хеҙмәтен популярлаштырыу мөһим бурыс булып тора».

Ҡыҙыҡлы факт - «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы - 2023» бөтә Рәсәй конкурсының ил буйынса 90 финалсыһы диктантта ҡатнашты.

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ матбуғат хеҙмәте.

 

Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Башҡортостанда буласаҡ уҡытыусылар «Педагогик диктант» яҙҙы
Автор:
Читайте нас: