-3 °С
Ҡар
104 педагог, шул иҫәптән 72 уҡытыусы һәм 32 тәрбиәсе иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы исеме өсөн көрәшә.
Башҡортостан исеменән был конкурста сығышы менән Салауат районының Мәсетле ауылынан, бөгөн Нефтекама ҡалаһындағы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғайсина Гүзәл Сәғит ҡыҙы һәм Өфөләге 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Ишбаева Гөлсинә Азат ҡыҙы сығыш яһай.
Әлеге ваҡытта Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының иң яҡшы медиавизиткаһы өсөн онлайн-тауыш биреү бара. Тауыш биреү 22 сентябргә 18.00 сәғәткә тиклем дауам итә ("Уҡытыусы" һәм "Тәрбиәсе" ҡушымталарында тауыш бирергә мөмкин). Әйҙәгеҙ, педагогтарыбыҙға ярҙам итәйек!
Яҡташыбыҙ Гүзәл Ғайсинаның видеовизиткаһын ҡарағыҙ.