

Шундайҙарҙың береһе – бөгөн үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләгән Фәриҙә Рәхимйән ҡыҙы тураһында йәнә бер мәртәбә һөйләп китеү урынлы булырҙыр. “Йәнә бер мәртәбә” тиеүем юҡҡа түгел. Фәриҙә Йомаҙилова гәзит биттәрендә әленән-әле телгә алынып тора. Быға аптырарлыҡ та түгел: ул районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары араһында иң әүҙем йәмәғәтсе, йәш сағында эше менән өлгөлө булһа, хаҡлы ялға сыҡҡас, әүҙем тормош позицияһы менән әхирәттәре, ауылдаштары, райондаштары өсөн үрнәк булырлыҡ шәхес.
Тирмән ауылында Фәйрүзә Минһаж ҡыҙы менән Рәхимйән Фәхретдин улы Фәхретдиновтарҙың 9 балалы ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә Фәриҙә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ғаилә башлығы балаларында хеҙмәткә һөйөү, уңғанлыҡ, тормошҡа айыҡ күҙ менән ҡарау, ғәҙеллек кеүек сифаттар тәрбиәләгән. Ҙур, татыу ғаиләлә үҫкән балаларҙан бөгөн 4-һе иҫән-һау. Бала саҡтан уҡ ата-әсәһенең ҡул араһына ингән Фәриҙә бөтмөрлөгө, саялығы менән айырылып тора: ҡатын-ҡыҙ эше булһынмы, ир-ат көсө талап ителһенме – һис тә аптырап тормай, тотона.
Характерындағы ошо сифаты һәм уҡыуын дауам итеү теләге уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә лә инде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломына эйә булып, хеҙмәт юлын Тирмән урта мәктәбендә пионервожатый булып башлай. Уҡытыусы, балалар баҡсаһы мөдире, Тирмән ауыл советы рәйесе (1977-1981й.й.), Киров исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары (1981-1991 й.й.) булып эшләй.
Ниндәй генә вазифа биләмәһен, үҙенең ойоштороу һәләте, уңғанлығы, ҡыйыулығы менән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Коллективты, хеҙмәттәштәрен туплай, дәртләндерә белеү оҫталығы, инициативаһы ярыштарҙа, төрлө конкурстарҙа еңеүҙәргә, яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Шулай булмаһа, Тирмән ауылында бына тигән балалар баҡсаһы төҙөү эшенә тотонорға йөрьәт итер инеме лә, 20-шәр йыл рәттән ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советы рәйесе йөгөн тартыр инеме? Алыштырғыһыҙ ауыл советы депутаты булып, үҙ һайлаусыларының наказдарын үтәү еңел түгел. “Эшләрмен”, “булдырам” тип буш вәғәҙә биргән кешене ауылдаштары һәр саҡырылыш һайын депутат итеп күрһәтер инеме? Юҡ, әлбиттә. Ана шул ҡыйыулығы, вәғәҙәһен үтәүе, һәр эште еренә еткереп башҡарыуы менән ауылдаштары, хеҙмәттәштәре араһында абруй яулай ҙа инде Фәриҙә. Тик бер бөртөк улының фажиғәле үлеме, тормош иптәшенең вафаты дөрләп янған ғаилә усағын һүрелдерә, йөрәгенә уңалмаҫ яра һала.
Әлеге лә баяғы шул әүҙем тормош позицияһы, сабыр, түҙем булыуы уға сафта ҡалырға ярҙам итә.
“Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте” тиеүҙәре буш һүҙ түгел. Фәриҙә Рәхимйән ҡыҙының маҡтаулы исемдәре, ҡиммәтле бүләктәре бихисап. СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаһы, район хакимиәте, Республика профсоюз ойошмаһы, Ҡатын-ҡыҙҙар советы һ.б. мәртәбәле ойошмаларҙан лайыҡ булған “БР Мәғариф алдынғыһы” исеме, “Партия алдындағы хәҙмәттәре өсөн” ордены, Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһының 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы һ.б. Илебеҙ тарихының йылъяҙмаһына бәрәбәр бүләктәр бит былар.
Хеҙмәт ветеранының күкрәген Башҡортостан Республикаһында Хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары советы ойошторолоуға 30 йыл айҡанлы юбилей миҙалы ла биҙәй.
Юбиляр, хаҡлы ялдамын, тип тормай, ауылының, райондың, хатта республиканың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, ижад итә. Бер нисә китап авторы Фәриҙә Рәхимйән ҡыҙы Йомаҙилова бөгөн райондың “Ижад шишмәләре” ойошмаһының, Башҡортостан халыҡ сәсәндәре “Әйлеләр” төркөмөнөң, Тирмән ауылы “Олоер” ансамбленең етәксеһе.
Сәсәниә, Халыҡ яҙыусыһы – Башҡортостан патриоты Фәриҙә Рәхимйән ҡыҙы үҙенең 75-се ғүмер байрамын бына шундай ҡаҙаныштары менән ҡаршылай. Халҡым, тыуған төйәгем, телем тип янып йәшәгән, дәртләнеп эшләгән, тынғылыҡ белмәгән йөрәге меңдәргә үрнәк булырлыҡ.
Юбилейың ҡотло булһын, дәрт-дарманың, илһамың ташламаһын, замандаш!
Нурия Яруллина.