

Был проект 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидиялар формаһында Башҡортостан Башлығы гранттарын коммерцияға ҡарамаған хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларға тапшырыу конкурсында еңеүсе булды.
Балалар һәм йәштәр ҡатнашлығында саралар комплексын үткәреү: «Өфө урамдарының исемдәре» видеороликтар конкурсын ойоштороу, уларға http://www.soborrusbash.ru/ сайтында модулдәр эшләү; «Өфө хаҡында туған һүҙ» тасуири уҡыусылар конкурсын ойоштороу, Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә «Ҡалабыҙ урамдары» театрлаштырылған концертын үткәреү.
Проекттың төп маҡсаты - Өфөлә йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен һәм ҡала тарихын популярлаштырыу, үҫтереү. Бөтә саралар 2023 йылдың сентябренән 2024 йылдың июненә тиклем уҙа.
#ФГСОРБ #ГрантыРБ
#УлицыУфыНаРодном #УфаНаРодномЯзыке
#УфимскихУлицИмена
#СоборРусскихБашкортостана #ГдкУфа #УфаГдк #КультураУфа #РоднойЯзыкНародовБашкортостана