

Акция барышында ишле, аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләрҙең балаларын уҡыу кәрәк-яраҡтары һалынған биштәрҙәр менән тәьмин итәләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм яңы төбәктәрҙәге уҡыусыларға айырым иғтибар бүленә. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Былтыр илдә 1 сентябргә 200 меңгә яҡын уҡыусыға ярҙам күрһәтелде. Акцияла һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итеү төбәктәрҙә 4 меңдән ашыу махсус пункт ойошторола. Пункттың адресын партияның төбәк бүлексәһендә йәки партияның ҡабул итеү бүлмәһендә белешергә мөмкин. Өфөлә ярҙамды Зәки Вәлиди урамындағы 1-се һәм Достоевский урамындағы 73-сө йортҡа илтеп бирергә була.
Бынан тыш, «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары ата-әсәләр менән бергә мәктәп яны биләмәләренең һәм спорт майҙансыҡтарының уҡыу йылы башланыуға әҙерлеген тикшерә.