Мәғариф
6 Июль 2023, 17:05

19 илдән 24 600-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадаға теркәлгән

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиаданың алдан (вуз) этабында ҡатнашыуға 19 илдең 24 600 вәкиле теркәлгән.

19 илдән 24 600-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадаға теркәлгән19 илдән 24 600-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадаға теркәлгән
19 илдән 24 600-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадаға теркәлгән

Студенттар һәм уҡыусылар өсөн финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиаданың башҡарма комитеты ултырышында һынауҙарҙың аралыҡ этабына йомғаҡ яһалды, шулай уҡ финал ярыштарын үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.

Быйыл яҙ үткән олимпиаданың алдан (вуз) этабында ҡатнашыуға 19 илдең 24 600 вәкиле теркәлгән, шул иҫәптән:

- Рәсәйҙән 8 643 студент;

- БДБ илдәренән 2 878 студент;

- алыҫ сит илдәрҙән 638 студент;

- 12 441 Рәсәй уҡыусыһы.

Рәсәй менән дуҫ булған илдәрҙең граждандарының олимпиадаға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныуы менән бәйле Башҡарма комитет сит ил ҡатнашыусылары өсөн квоталарҙы ҡайтанан бүлергә хәл итте. Финалсыларҙың исемлеге августа үтәсәк һайлап алыу этабы йомғаҡтары буйынса билдәләнәсәк.

Башҡарма комитет ҡарары буйынса олимпиаданың финал этабын үткәреүгә әҙерлек башланды, ул быйыл көҙ «Сириус» майҙансығында үтә. Программала тест эштәре, саҡырылған эксперттар менән осрашыуҙар, спорт саралары, семинарҙар, практикумдар, оҫталыҡ дәрестәре, эш биреүселәр менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ҡаралған. Еңеүселәр юғары уҡыу йортона, магистратураға йәки аспирантураға профилле йүнәлештәргә уҡырға ингәндә льготалар, шулай уҡ финанс хәүефһеҙлеге өлкәһендә хыялында булған эш табыу мөмкинлеген аласаҡ.

Белешмә өсөн: Халыҡ-ара олимпиада Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәт үткәрә. Олимпиаданы уҙғарыу «Мәғариф» милли проектының бурыстарына тап килә, уның төп маҡсаты - балаларҙың, йәшәгән урынына һәм социаль статусына ҡарамаҫтан, үҙ-үҙен күрһәтеү һәм һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе тәьмин итеү.

Автор:
Читайте нас