Мәғариф
6 Июнь 2023, 11:00

“Туған телгә һөйөү тәрбиәләй алһам, бәхетле булыр инем”

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, абруйлы педагог, Янғантау урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Салауат райо­нының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әлиә Ишбулдина ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләй.

“Туған телгә һөйөү тәрбиәләй алһам,  бәхетле булыр инем”“Туған телгә һөйөү тәрбиәләй алһам,  бәхетле булыр инем”
“Туған телгә һөйөү тәрбиәләй алһам, бәхетле булыр инем”

ИШБУЛДИНА Әлиә Ишморат ҡыҙы Әлкә ауылында тыуған. 1969–1975 йылдарҙа Малаяҙ мәктәп-интернатында уҡый. Хеҙмәт юлын Яхъя һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең өлкән пионервожатыйы булып башлай. Һуңынан Әлкә урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң, юллама буйынса Ишембай урта мәктәбендә завуч-ойоштороусы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай.
Эшһөйәр, яуаплы уҡытыусыны бер йылдан директор итеп тәғәйенләй­ҙәр. 25 йәше саҡ тулған йәш етәксе коллективты ҡыҫҡа ваҡытта туплай алды. Тап ошо йылдарҙа уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр көсө менән мәктәпкә капиталь ремонт яһалды: спорт залында иҙән алмаштырылды, мәктәп ҡыйығы яңыртып ябылды, йылытыу системаһы һәм ҡаҙанлыҡ ҡайтанан ҡоролдо. Мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашты, концерттар менән күрше ауылдарға йөрөнө. Ул әле лә үҙ уҡыусыларын, хеҙмәттәштәрен һәм ауыл хал­ҡын йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала.
1988 йылда Янғантау урта мәктәбе директоры урынбаҫары итеп күсерелә. 2004–2009 йылдарҙа мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2009 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
2001 йылда район кимәлендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы конкурсында 1-се урын ала, республика конкурсында ҡатнашып, “Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү” номинацияһында еңеп сыға.
Был юғары исемде ул үҙенең хеҙмәте менән аҡлай. Әлиә Ишморат ҡыҙы, уҡытыусының төп бурысы, белем биреүҙән тыш, кесе ватан һәм тотош ил патриоты тәрбиәләү, тип иҫәпләй. Уның уҡыусылары ошо йылдар эсендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаларында еңеү яулай, йыл һайын “Ватан”, “Бәләкәй ватаным” район, республика һәм Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурстарында призлы урындар ала.
1978–1979 йылдарҙа Әлкә урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләгән дәүерендә ВЛКСМ-дың Үҙәк комитетының “Социалистик ярыштар еңеүсеһе” билдәләре менән бүләкләнә. 1990 йылда “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” билдәһенә лайыҡ була. 2008 йылда – “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе”, 2020 йылда “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыларына педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн премиялар биреүгә конкурс еңеүсеһе” булып таныла. 2021 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исеме бирелә.
– Уҡыусыларыма һәм хеҙмәттәштәремә бик рәхмәтлемен. Минең уңыштарым – уртаҡ ҡаҙаныштар, – ти Әлиә Ишбулдина. – Уҡыусыларымдың ышанысын һәм үҙ-ара аңлашыуын үҙемдең юғары наградам тип иҫәпләйем. Туған телгә һөйөү тәрбиәләй алһам, бәхетле булыр инем.
Әлиә Ишморат ҡыҙы әүҙем йәмәғәт эшен дә алып бара: 30 йылдан ашыу Янғантау ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була, биш йыл райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын тарта.
– Төп һәм йәмәғәт эшендә уңыштың сере – мине уратып алған кешеләр. Улыма, ҡыҙыма, кейәүемә һәм туғандарыма, коллегаларыма аңлағандары, ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен, – ти Әлиә Ишбулдина.
Хөрмәтле коллегабыҙҙы күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләп, уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!

Миләүшә Сафиуллина,
Янғантау урта мәктәбе директорының
уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

Автор:
Читайте нас