Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Март 2023, 11:00

Имтихандарҙы бергәләп тапшырабыҙ

"Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө" бөтә Рәсәй акцияһы быйыл етенсе тапҡыр уҙғарыла. Беҙҙең районда был акция 18 мартҡа билдәләнгән (урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10.00-да башлана). Ата-әсәләр БДИ-ны балалары кеүек шул уҡ пунктта – Малаяҙ башҡорт гимназияһының 851-се имтихандар үткәреү пунктында тапшырасаҡ.

Имтихандарҙы бергәләп тапшырабыҙ
Имтихандарҙы бергәләп тапшырабыҙ

Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә сығарылыш уҡыусыларының имтихандарға килергә тейешле белеме генә түгел, дөрөҫ психологик ҡарашы, үҙ көсөнә ышаныуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Бында ғаиләнең, ата-әсәнең роле баһалап бөткөһөҙ. Шуға күрә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт был акцияны ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханында үҙҙәре ҡатнаша, имтихан ҡағиҙәләре һәм процедуралары менән таныша һәм балаларына аңлата алһын өсөн ойошторҙо һәм тормошҡа ашырҙы.
Акция сығарылыш уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә БДИ-ға әҙерлек менән бәйле артыҡ психологик көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итеүгә, йәмәғәтселекте имтихан процедураһы менән яҡшыраҡ таныштырыуға йүнәлтелгән.
Имтихан барышында өлкәндәр уның бөтә процедуралары аша үтә: теркәлә, телефондарын һәм шәхси әйбер­ҙәрен тапшыра, имтихан алды контролен үтә, бланктар тултыра. Улар дәүләт имтиханында нисек контроль алып барылыуын, имтихан пункттарында ниндәй эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларының үтәлеүен, имтихан материалдарының нисек баҫылыуын һәм эшкәртелеүен күрә ала. Акцияла ҡатнашыусылар БДИ тапшырыусыларға тәҡдим ителәсәк темаларға оҡшаш эштәрҙән торған имтихан эшен үҙҙәре яҙасаҡ. Был ғәҙәти 3-4 сәғәткә түгел, 1 сәғәткә иҫәпләнгән ҡыҫҡартылған эш варианты, әммә ул төрлө типтағы эштәр менән танышыу мөмкинлеген бирә.
Быйыл ата-әсәләр рус теленән үҙ белемдәрен тикшерә ала. Рус теле – аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыу­сылары тапшырған ике мотлаҡ фәндең береһе. Акция өсөн имтихан эштәренең ҡыҫҡартылған варианттары әҙерләнгән.
Беҙҙең районда был акция 18 мартҡа билдәләнгән (урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10.00-да башлана). Ата-әсәләр БДИ-ны балалары кеүек шул уҡ пунктта – Малаяҙ башҡорт гимназияһының 851-се имтихандар үткәреү пунктында тапшырасаҡ.
Акция аҙағында Салауат районы мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова һәм имтихан тапшырған ата-әсәләр ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл" үтәсәк, уның барышында ҡатнашыусылар 2023 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашасаҡ.
Ата-әсәләргә акцияла ҡатнашыуға ғариза биреү өсөн уҡыусы тамамлаған мәктәпкә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ туранан-тура район мәғариф бүлегенә 8 (34777) 2-13-82 телефоны буйынса шылтыратырға йәки safura69@mail.ru. электрон адресына яҙырға мөмкин.
Сафура Ғәлина,
муниципаль координатор.

Автор:
Читайте нас