Мәғариф
16 Февраль 2023, 04:05

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы асылды

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты. «Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала медицина колледждарының дүрт филиалын астыҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булып тора, сөнки бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Бөгөн Мәсәғүттә 25  кеше «Шәфҡәт туташы эше» һөнәренә уҡый», — тине министр.

Мәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы асылдыМәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы асылды
Мәсәғүттә Өфө медицина колледжының филиалы асылды

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө медицина колледжының яңы филиалы поликлиникала һәм Мәсәғүт муниципаль-ара үҙәктә урынлашҡан. Парталар, ултырғыстар, таҡталар, стеллаждар, шулай уҡ ноутбуктар, компьютерҙар, принтерҙар, интерактив панель, телевизор һәм проекция экраны һатып алынған. Китапханала кәрәкле әҙәбиәт һәм электрон ресурстарға инеү мөмкинлеге бар. Биналарҙы капиталь ремонтлауға һәм кабинеттарҙы йыһазландырыуға республика бюджетынан бөтәһе 10 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

«Дөйөм дисциплиналарҙы — урындағы педагогия колледжы, медицина дисциплиналарын дауахана хеҙмәткәрҙәре уҡытасаҡ. Ҡпйһы бер лекцияларҙы Өфө медицина колледжы уҡытыусылары ситтән тороп уҡыясаҡ. Студенттар квартал һайын бер аҙнаға Өфөгә киләсәк. Сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, шулай уҡ уларға ятаҡ бирәбеҙ»,  —тип белдерҙе Өфө медицина колледжы директоры Илдар Ғиләжев.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быға тиклем ОктябрьскийУчалыНефтекама ҡалаларында медицина колледждарының филиалдары асылғайны.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-02-15/m-s-tt-f-meditsina-kolledzhyny-filialy-asyldy-3143894  

Автор:"Башинформ"
Читайте нас