Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Ғинуар 2023, 16:40

Рәсәйҙә «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт» интернет-порталы эшләй башланы

Илебеҙ уҡыусыларын «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт.РФ» интернет-порталына ҡушылырға саҡыралар. Белем биреү онлайн-майҙансығы 2022 йылда асылған.

Рәсәйҙә «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт» интернет-порталы эшләй башланы
Рәсәйҙә «Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт» интернет-порталы эшләй башланы

Уҡыусыларға күренекле мәҙәниәт һәм әҙәбиәт вәкилдәре менән танышырға, акцияларҙа, конкурстарҙа, квестарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Был майҙансыҡта спектаклдәр, лекциялар һәм илебеҙ кинематографының иң яҡшы өлгөләре, илебеҙ ҡалаларындағы мәҙәни саралар афишаһы менән танышырға мөмкин.

Порталға инеү бушлай. Уның менән балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары файҙалана ала. Ресурс мәҙәниәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уны дәрес әҙерләгәндә өҫтәмә әсбап итеп тә файҙаланырға мөмкин. Ҡулланыусыларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн материалдарҙы даими яңыртып тороу күҙаллана.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: