Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Декабрь 2022, 12:12

Башҡортотсандан 11 мең уҡыусы мәктәп туризмы программаһында ҡатнашты

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте тураһында күп һөйләргә була, әммә тыуған яҡты ысын мәғәнәһендә баһалау өсөн уны үҙ күҙҙәрең менән күреү яҡшыраҡ.

Башҡортотсандан 11 мең уҡыусы мәктәп туризмы программаһында ҡатнашты
Башҡортотсандан 11 мең уҡыусы мәктәп туризмы программаһында ҡатнашты

Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә,  республикабыҙҙың 5-9-сы  кластарҙағы 11 меңдән ашыу уҡыусы сентябрҙә башланған мәктәп туризмы программаһында ҡатнашты. Был – федераль  проект, Башҡортостан унда һынау төбәге булды. Уны тормошҡа ашырыуға быйыл республика федераль ҡаҙнанан 55,7 миллион һум алды, 22 миллион һум төбәк бюджетынан бүленде.
Программа уңышлы килеп сыҡты. Балалар ҙур ҡәнәғәтлек менән үҙҙәренә республиканы асты – Өфө  уҡыусылары Нуриман һәм Бәләбәй райондарында, Ишембай һәм Салауат ҡалалары – Өфөлә һәм Иглин районында, Урал аръяғы үҫмерҙәрҙе Сибайҙа булды. Бер балаға  бер тәүлек турҙың хаҡы – 7  мең һум . Юл йөрөү, туҡланыу, ҡунаҡханаға урынлашыу, экскурсиялар – барыһы  ла бушлай. Программала ҡатнашыусыларҙы  урындағы мәғариф бүлектәре, ә туроператорҙар араһынан төбәктәге иң ышаныслы 10 оператор һайлап алына.

– Киләһе йылда программаны финанслау арта – федераль  ҡаҙнанан 188,7 миллион һумға тиклем һәм республиканан 75,5 миллион. Һәм был Рәсәйҙә Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урын. Программала 37,7 мең уҡыусы ҡатнашыр, тип уйлайбыҙ,  – тине республика Башлығы.

 

Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: