Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ноябрь 2022, 15:45

Йөрәк йылыһын өләшә

Уҡытыусы – ул талапсан, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм шәхес һәм изге кеше. Ошо яғымлы, йылы һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыма хөрмәтле коллегам, башланғыс класстар уҡытыусыһы Раушания Рәшит ҡыҙы Ғәниева килеп баҫа.

Йөрәк йылыһын өләшә
Йөрәк йылыһын өләшә

Ул 1967 йылдың 26 ноябрендә Яхъя ауылында донъяға килә. Мәктәптә тырышып уҡый, бәләкәйҙән балалар ярата. Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы һөнәрен үҙләштереү өсөн Мәсәғүт педагогия училищеһында, һуңынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Тәүҙә тыуған ауылында, һуңынан Иҙрис мәктәбендә эшләй, әле Әлкә урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта.
“Балалар менән эшләүе миңә бик оҡшай. Яратҡан һөнәремә бар тырышлығымды һалам. Уҡыусы күңелендә туған телгә, Тыуған илгә, милләткә һөйөү тәрбиәләү – эшемдә төп маҡсаттарҙың береһе,” – ти педагог.
Ысынлап та, Раушания Рәшит ҡыҙы балалар йөрәгенә юл табыусы уҡытыусы ла, кәңәшсе лә, ата-әсәләргә өлгө лә, туғандарына яҡшы туған, коллегаларына ярҙамсы, дуҫ та. Ысын кеше тип әйтергә була уның хаҡында. Бер ҡасан да башҡаларға ауыр һүҙ әйткәне юҡ, ғәфү итә белә. Изгелектең өлгөһө булып тора.
Раушания Рәшит ҡыҙы мәктәптә талапсан уҡытыусы булһа, өйҙә мөләйем ҡатын, уңған хужабикә, ҡыҙын һәм ейән-ейәнсәрен өҙөлөп һөйгән әсәй-өләсәй. Утыҙ йылдан ашыу тормош иптәше Азамат Рәмил улы менән татыу ғүмер итәләр. Ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Ике “5”-ле баһаһы менән билдәләнгән ғүмер байрамын эшендә лә, ғаиләһендә лә уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ҡаршылай изге күңелле мөғәллимә Раушания Рәшит ҡыҙы. Ейән-ейәнсәренең, ҡыҙының, уҡыусыларҙың, коллегаларының ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, һәр көнгә шатланып йәшәй. Уға яуап­лы, ауыр, әммә изгелекле эшендә уңыштар, яңы үрҙәр һәм ижади асыштар теләйем.

Юлиә Шәмсетдинова,
Әлкә урта мәктәбенең башланғыс кластар
уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: