Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ноябрь 2022, 11:21

Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек буйынса курс индерелә – Сергей Кравцов

2023 йылдың 1 сентябренән илебеҙ мәктәптәрендә башланғыс хәрби әҙерлек курсы индерелә, тип хәбәр итә ТАСС мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанма менән.

Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек буйынса курс индерелә – Сергей Кравцов
Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек буйынса курс индерелә – Сергей Кравцов
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

«Мәктәптәрҙә ул киләһе йылдан башлана, 1 ғинуарға тиклем курсты әҙерләүҙе тамамларға тейештәр, һуңынан уға һынау үткәрелә», – тип министрҙың һүҙҙәрен еткерҙе ТАСС.

Башланғыс хәрби әҙерлек курсын урта дөйөм белем биреүҙең мотлаҡ программаһына индерергә тигән тәҡдим менән «Ғәҙел Рәсәй — дөрөҫлөк өсөн» партияһы лидеры Сергей Миронов сығыш яһаған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-09/s-novogo-uchebnogo-goda-v-shkolah-poyavitsya-kurs-po-nachalnoy-voennoy-podgotovke-sergey-kravtsov-3022273

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: