Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Сентябрь , 11:00

Дәүләт Думаһы мәктәптәрҙә берҙәм дөйөм белем биреү программаларын индереү тураһында закон ҡабул итте

Дәүләт Думаһы мәктәптәрҙә берҙәм дөйөм белем биреү программаларын — «алтын стандарт» индереү тураһында закон ҡабул итте. Киләһе уҡыу йылынан Рәсәйҙең барлыҡ мәктәптәрендә берҙәм федераль төп дөйөм белем биреү программалары индерелә. «Программаларҙы Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы әҙерләй һәм раҫлай. Министрлыҡ яңы закон 2023 йылдың 1 сентябренән көсөнә инһен өсөн был эште 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем тамамларға тейеш»,  — тиелгән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы сайтында.

Дәүләт Думаһы мәктәптәрҙә берҙәм дөйөм белем биреү программаларын индереү тураһында закон ҡабул итте
Дәүләт Думаһы мәктәптәрҙә берҙәм дөйөм белем биреү программаларын индереү тураһында закон ҡабул итте

Төбәк, милли һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу йәһәтенән программаларҙы әҙерләүгә төбәк властары ла йәлеп ителә.

Бынан тыш, мәктәп дәреслектәрен әҙерләүҙең яңы тәртибе индерелә.

Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса профилле комитеты рәйесе Ольга Казакова һүҙҙәренсә, бөтә фәндәрҙән дә федераль төп дөйөм белем биреү программалары төҙөлә.

Башланғыс мәктәп өсөн рус теле, уҡыу һәм тирә-яҡты өйрәнеү фәндәре буйынса берҙәм программалары раҫлана. Урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса программалар мотлаҡ ҡулланылырға тейеш.

Шулай уҡ тәрбиә биреүҙең федераль эш программаһы һәм тәрбиә эшенең федераль календарь планы индерелә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в