Мәғариф
18 Мая 2022, 12:10

Республика мәктәптәрендә сығарылыш имтихандары башланды

Башҡортостан мәктәптәрендә 18 майҙа туғыҙынсылар өсөн сығарылыш дәүләт имтихандары башланды.

Республика мәктәптәрендә сығарылыш имтихандары башландыРеспублика мәктәптәрендә сығарылыш имтихандары башланды
Республика мәктәптәрендә сығарылыш имтихандары башланды

Бөгөн уҡыусылар — туған әҙәбиәттән, 19 һәм 20 майҙа сит телдәрҙән һынау тота. Математиканан имтихан — 23 майҙа, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 27 майҙа була.

1 июндә — биология, тарих, химия һәм физика, 7 июндә — рус теле, 10 июндә — туған телдәр, 15 июндә — информатика, химия, география һәм биология, 22 июндә — әҙәбиәт, физика һәм информатика.

Бынан тыш, 4-9 июлдә бөтә фәндәрҙән резерв көндәр билдәләнгән.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас