Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Май 2022, 23:04

Башҡортостанда йәйге балалар миҙгеле: тура эфир

Йәй - отпуск ваҡыты ғына түгел, балаларҙың лагерҙарҙа ял итеү ваҡыты ла. Балалар лагерына нисек юллама һайларға?

Башҡортостанда йәйге балалар миҙгеле: тура эфир
Башҡортостанда йәйге балалар миҙгеле: тура эфир
Файҙалы һәм хәүефһеҙ , шул уҡ ваҡытта арзан булһын өсөн ғаиләңдең ялын нисек планлаштырырға? Балалар ялы өсөн кэшбек программаһы нисек эшләй? Йәйге һауыҡтырыу миҙгеленә нисек әҙерләнәбеҙ һәм лагерҙарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген нисек тәьмин итәләр? Ҡалала баланы тағы нимә менән ҡыҙыҡһындырырға?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында профиль министрҙары һәм башҡа ҡунаҡтар яуап бирәсәк.

Брифинг трансляцияһын БЮТ телеканалында https://vk.com/wall-27097047_293801, шулай уҡ Республика менән идара итеү үҙәгенең https://vk.com/tsur_bashkortostan
һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә https://vk.com/bashkortostan_gov,
“Аңлатабыҙ. Башҡортостан” сәхифәләрендә ҡарағыҙ.

Эфир ҡунаҡтарына булған һорауҙарығыҙҙы ошо яҙма аҫтында ҡалдырырға мөмкин.

Трансляция 16 май 19:00 сәғәттә башлана.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:"Башкортостан"
Читайте нас: