Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Апрель 2022, 11:03

«Уҡыусыларҙың да, беҙҙең дә күҙҙәр янып тора» — уҡытыусылар Дыуан районы Таҙтүбә ауылындағы яңы мәктәп тураһында

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дыуан районы буйлап эш сәфәре барышында Таҙтүбә ауылындағы 120 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәптә булды.

«Уҡыусыларҙың да, беҙҙең дә күҙҙәр янып тора» — уҡытыусылар Дыуан районы Таҙтүбә ауылындағы яңы мәктәп тураһында
«Уҡыусыларҙың да, беҙҙең дә күҙҙәр янып тора» — уҡытыусылар Дыуан районы Таҙтүбә ауылындағы яңы мәктәп тураһында
Фото:Олег Яровиков

2018 йылдың ноябрендә республика етәксеһе тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә ошо ауылда яңы мәктәп төҙөргә ҡушҡайны. Мәктәпте 2020 йылда файҙаланыуға тапшырырға тейештәр ине, ләкин намыҫһыҙ подрядсы эштәрҙе оҙаҡҡа һуҙҙы. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы — 210 миллион һум. Мәктәп директоры Елена Иванова әйтеүенсә, бөгөн бында 146 уҡыусы белем ала, яңы мәктәптә дәрестәр 4-се сиректә башланды.

Башҡортостан Башлығы технология кабинеттарын, оҫтахананы, китапхананы, спорт һәм тамашалар залын ҡараны. Физика һәм лингафон кабинетында ул уҡыусылар менән аралашты, улар Радий Хәбировҡа заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған яҡшы мәктәп өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе уларҙың ҡайҙа уҡырға инергә йыйыныуы менән ҡыҙыҡһынды. Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе — Өфө вуздарына, ә 9-сы класс уҡыусыһы Алена Корзникова медицина колледжына уҡырға инергә теләй. Радий Хәбиров район хакимиәтенә Алена тыуған районына фельдшер булып ҡайтһын өсөн уның өсөн колледжға йүнәлтмә әҙерләргә ҡушты.

Мәктәп коллективы менән әңгәмәләшкәндә ауылда урындағы ФАП-тың иҫке бинала эшләүе билдәле булды. Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йыл дауамында ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һалырға ҡушты.

Спорт залынан тыш, мәктәптең спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү һәм башҡа саралар өсөн урам майҙансыҡтары бар.

Мәктәптең йәш армеецтары менән аралашҡан ваҡытта Радий Хәбиров уларҙы 1 июндә «Патриот» комплексында асылырға тейешле «Авангард» йәштәрҙе хәрби-илһөйәрлек рухында тәрбиәләү уҡытыу-методик үҙәгендәге сменаларҙың береһенә саҡырҙы.

Мәктәп музейында революцияға тиклемге Таҙтүбәлә тыуып үҫкән ҡайһы бер кешеләрҙең ҡотопсо булыуы асыҡланды. Уларҙың тарихы Өфөләге ҡотопсолар музейында лайыҡлы урын алырға тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров. Музейҙа яҡшы экспонаттар тупланған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыл халҡының батырлығына арналған экспозиция айырым урынды биләй. Бөгөн дә Таҙтүбә халҡы ата-бабаларының данлы ҡаһарманлыҡ традицияларын дауам итә. Бер нисә егет Рязань юғары хәрби десант училищеһын тамамлап, бөгөн Украинала нацизмға ҡаршы көрәшә.

Мәктәп уҡытыусылары Башҡортостан Башлығына ошондай күптән көтөлгән бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-14/u-shkolnikov-i-u-nas-svetyatsya-glaza-pedagogi-o-novoy-shkole-v-sele-tastuba-duvanskogo-rayona-2769259

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: