Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Апрель 2022, 10:13

2022 йылда сығарылыш уҡыусылары араһында популяр БДИ фәндәре билдәле булды

2022 йылда сығарылыш уҡыусылары араһында иң популяр берҙәм дәүләт имтиханы фәндәре билдәле булды.

2022 йылда сығарылыш уҡыусылары араһында популяр БДИ фәндәре билдәле булды
2022 йылда сығарылыш уҡыусылары араһында популяр БДИ фәндәре билдәле булды

 Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусыларҙың 37,3% йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған. Ғәҙәттәгесә, информатикаға һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларына (23%), биологияға (20,3%), физикаға (19,7%), химияға (17,9%), тарихҡа (12,3% ) ҡыҙыҡһыныу ҙур.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ун беренсе класс уҡыусылары урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн рус теленән һәм математиканан имтихан тапшырырға тейеш. Уҡыусылар база йәки профиль кимәлендәге математиканы һайларға мөмкин.  

2022 йылда берҙәм дәүләт имтиханы өс осорҙа уҙғарыла:

ваҡытынан алда —  21 марттан 15 апрелгә тиклем;

төп —  26 майҙан 2 июлгә тиклем;

өҫтәмә —  5-20 сентябрҙә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-07/v-minobrazovaniya-bashkirii-nazvali-samye-populyarnye-sredi-vypusknikov-predmety-ege-v-2022-godu-2760091

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: