Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Март 2022, 16:00

Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ

БДИ-ға әҙерләнеү менән бәйле артыҡ психологик көсөргәнеште алып ташлау, йәмәғәтселекте уны үткәреү барышы менән таныштырыу маҡсатында Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт йыл һайын "Ата-әсәләр менән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу көнө" Бөтә Рәсәй акцияһын ойоштора. Унда салауаттар ҙа әүҙем ҡатнаша ала. Быйыл был сара 26 мартта үтә.

Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт  имтиханы тапшырасаҡ
Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ

БДИ-ға әҙерләнеү менән бәйле артыҡ психологик көсөргәнеште алып ташлау, йәмәғәтселекте уны үткәреү барышы менән таныштырыу маҡсатында Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт йыл һайын "Ата-әсәләр менән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу көнө" Бөтә Рәсәй акцияһын ойоштора. Унда салауаттар ҙа әүҙем ҡатнаша ала. Быйыл был сара 26 мартта үтә.
Имтиханды уңышлы тапшырыу өсөн сығарылыш уҡыусыларының белеме генә түгел, уларҙың кәйефе лә, һаулыҡ һәм күңел торошо ла, үҙ көсөнә ышаныу тойғоһо ла ҙур роль уйнай. Был тәңгәлдә ата-әсәләрҙең балаһын аңлауы, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүе, шарттар булдырыуы бик мөһим.
Уның барышында ата-әсәләр паспорт, металл детектор тикшереүен үтеү, класҡа инеп бланкы тултырыу, мәсьәлә сисеү кеүек имтихандың бөтә этабын да үтә. Имтихан үткәреү пункттарында яңы коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары ойошторолоуын, материалдар нисек баҫылғанын һәм эшкәртелеүен күрәсәк. Һынау тамамланғас, бирелгән критерийҙар буйынса үҙҙәренең эшен тикшерә, баһалай аласаҡ. Аҙаҡ тамаша залында сараға йомғаҡ яһала, ата-әсәләр үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлешә, ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирә ала.

Быйыл нимә тапшыралар?
2022 йылда ата-әсәләр математика буйынса база кимәлендәге белемдәрен тикшерә ала. Математика – аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары тапшырған ике мотлаҡ фәндәрҙең береһе. Акция өсөн имтихан эштәренең ҡыҫҡартылған варианттары әҙерләнгән.

Районда акция ҡасан һәм ҡайҙа үтәсәк?
Акция 2022 йылдың 26 мартына билдәләнгән (урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана). Ата-әсәләр БДИ-ны, балалары кеүек үк, Малаяҙ башҡорт гимназияһында тапшыра аласаҡ.

Ата-әсәләр акцияла нисек ҡатнаша ала?
Акцияла ҡатнашыу өсөн ғариза менән бала уҡыған мәктәпкә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҙә акцияла ҡатнашырға теләһәгеҙ, 8 (34777) 2-13-82 телефоны буйынса йәки [email protected] электрон адресы буйынса яҙырға, шулай уҡ район мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

"Еңеү өсөн йөҙ балл"

Йыл һайын Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт башланғысы буйынса 11-се класты тамамлаусылар өсөн "Еңеү өсөн 100 балл" Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола. Беҙҙең районда әлеге акция тәүгә уҙғарыла, ул 2022 йылдың 31 мартына билдәләнгән.
Акция сиктәрендә БДИ-ла 100 балл алған сығарылыш уҡыусылары һәм уҙған йылдарҙа юғары балл йыйғандар оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ һәм өлкән класс уҡыусылары менән имтиханға уңышлы әҙерләнеү тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Оҫталыҡ дәрестәрен видеоға төшөрөргә йәки социаль селтәрҙәр платформаһында сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуҙарҙы "тура эфир"ҙа уҙғарырға мөмкин. Был йөҙ һәм юғары балға яҙғандарҙың сығышын хатта иң төпкөл ауылдарҙа ла күрергә мөмкинлек бирә. Сара БДИ-ға әҙерләнеү менән бәйле уҡыусыларҙың артыҡ көсөргәнешен бөтөрөүгә һәм балаларҙы уңышҡа көйләүгә йүнәлтелгән.

Зарима Садиҡова,
дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының
муниципаль координаторы.

Автор:
Читайте нас: