Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ғинуар 2022, 11:49

Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре

Яңы йыл алдынан уҡыу алдынғыларын, Бөтә Рәсәй, төбәк һәм муниципаль конкурстары, олимпиадалары еңеүселәрен, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡотлау көнө үтте. Район мәҙәниәт йортонда үткән байрам тантанаһында балаларҙы Салауат районы башлығы Марс Кашапов тәбрикләне.

Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре
Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре

Иң яҡшы алты уҡыусы Башҡортостан Башлығының яңы йыл бүләгенә лайыҡ булды. Улар: 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Карина Хажиева, Мөрсәлим урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, спортсы егет Батыр Мусин, Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Аэлита Ғәлимова, Мәсетле төп мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Эвелина Латыпова, полиция генерал-лейтенанты А. Ф. Әхмәтханов исемендәге Торналы урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Глеб Яковлев, Боксит коррекция мәктәп-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Азат Асҡаров.

2021/2022 уҡыу йылының Салауат районы хакимиәте башлығы стипендиаты грамотаһы Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Элиза Вахитова, 10-сы класс уҡыусыһы Эмиль Тайчинов, Яхъя төп мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Азалия Абдуллина, Янғантау урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Гүзәл Ғарифуллина, А. Ф. Әхмәтханов исемендәге Торналы урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Диана Рәзәпова, Лағыр урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Гөлсәсәк Ғариповаға тапшырылды (һүрәттә).

Малаяҙ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбе стипендиаттары ла район хакимиәте башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә һәләтле балалар өсөн исемле сертификаттары менән бүләкләнде. Мәктәптең һынлы сәнғәт бүлексәһенең 3-сө класс уҡыусыһы Ариана Ханова (уҡытыусыһы – Анфиса Хөснөтдинова), “гитара” бүлексәһенең 4-се класс уҡыусыһы Асҡар Хөснөтдинов (Петр Кузнецов), “фортепиано” бүлексәһенең 6-сы класс уҡыусыһы Азалия Закирова (Светлана Заһиҙуллина), “ҡурай” бүлексәһенең 3-сө класс уҡыусыһы Гөлнур Ғималетдинова, 4-се класс уҡыусыһы Ильяс Ғәлимов (Ринат Нурмөхәмәтов), “һуҡма инструменттар” бүлексәһенең 6-сы класс уҡыусыһы Роберт Миңлеәхмәтов (Радик Ханов) шундай сертификаттарға эйә булды.           

Салауат районы мәғариф бүлегенән дә 26 һәләтле уҡыусыға бүләктәр бирелде. Мөмкинлектәре сикләнгән 18 бала ла иғтибарһыҙ ҡалманы.

Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре
Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре
Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре
Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре
Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре
Һәләтле балаларға – яңы йыл бүләктәре
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: