Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ғинуар 2022, 21:35

Абруйлы уҡытыусыға – юғары награда

Янғантау урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алия Ишморат ҡыҙы ИШБУЛДИНА 2021 йылда "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Юғары дәүләт наградаһын Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ Өфөлә уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлау тантанаһында тапшырҙы.

Абруйлы уҡытыусыға – юғары награда
Абруйлы уҡытыусыға – юғары награда

Алия Ишморат ҡыҙының дөйөм педагогик стажы – 45 йыл. Янғантау урта мәктәбендә 1988 йылдан бирле эшләй. Абруйлы уҡытыусы үҙенең хеҙмәт дәүерендә юғары һөҙөмтәләргә ирешә, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе һәм пизер була.

Халыҡ мәғарифы отличнигы Алия Ишбулдина 2008 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында еңеү яулай. 2018 йылда Салауат районының “Иң яҡшы уҡытыусыһы” тип таныла. 2020 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары премияһы конкурсы еңеүсеһе Дипломы менән бүләкләнә. Ул шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшен дә алып бара, Салауат районының ҡатын-ҡыҙҙар советына етәкселек итә.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: