Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ғинуар 2022, 16:35

Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды

Салауат районында 2021 йылда, "Демография" милли проектына ярашлы, иң ҙур объект – 120 урынлыҡ яңы мәктәп-балалар баҡсаһы сафҡа инде

Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды

Ауыл халҡына заманса белем һәм тәрбиә биреү комплексы – 80 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы Республика көнө алдынан ҙур бүләк булды. Лаҡлылар яңы мәктәп хаҡында күптән хыяллана ине бит. Өр-яңы объект көтөлгәндән дә бик шәп һәм үҙенсәлекле килеп сыҡты.

Балаларҙың, уларҙың ата-әсәләренең һәм уҡытыусыларҙың был оло шатлығын абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республика төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков, Салауат районы башлығы Марс Кашапов, БР Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Инна Иҡсанова, “Геострой” йәмғиәте идарасыһы Рөстәм Хажиев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова уртаҡлашты. Сарала район мәғариф бүлеге вәкилдәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, уҡыусылар, ауыл халҡы ла ҡатнашты. Яңы белем биреү үҙәгенең символик асҡысын мәктәп директоры Зөлфиә Хәйруллина ҡабул итте.

Бинаның дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына айырым инеү урындары ҡаралған. Беренсе ҡаттың бер яғында мәктәпкәсә төркөм бүлмәләре урынлашҡан. Икенсе яғында уҡыусы егеттәргә хеҙмәт дәресе үткәрергә – оҫтахана, ҡыҙҙарға теген машиналары ҡуйылған технология кабинеты эшләнгән. Ҙур һәм иркен спорт залы, унда душ һәм сисенеп кейенеү бүлмәләре лә бар. Икенсе ҡатта – заманса йыһазландырылған класс кабинеттары, мәктәп хакимиәте, уҡытыусылар өсөн бүлмәләр, уҡыу залы менән китапхана. Музыка һәм яҡтыртыу ҡорамалдары булған 120 тамашасы урынлыҡ актовый залда рәхәтләнеп мәҙәни саралар үткәрергә мөмкин. Махсус медицина кабинеты ла булдырылған. Яҡты коридорҙар, санузел бүлмәләре, төрлө цехтары һәм бешеренеү, һыуытҡыс ҡорамалдары менән айырым туҡланыу блогы һәм ашхана, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә икенсе ҡатҡа күтәрелеү өсөн хатта лифты ла бар.

Ихатала уҡыусылар өсөн ниндәй генә спорт ҡоролмаһы юҡ. Спорт майҙансығына резина япма ла түшәлгән, айырым волейбол, баскетбол уйнау урындары бар. Мәктәпкәсә балалар өсөн дә саф һауала рәхәтләнеп уйнарға барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Бинаны йылытыу өсөн айырым модулле газ ҡаҙанлығы ҡоролған. Дөйөмләштереп әйткәндә, яңы мәктәп-балалар баҡсаһы барлыҡ СанПин, янғын хәүефһеҙлеге, именлек талаптарына ярашлы һалынған. 120 урынлыҡ заманса белем биреү комплексы “Демография” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы төҙөлдө.

Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Лаҡлы ауылында заманса белем биреү үҙәге асылды
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: