Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Октябрь 2021, 10:22

Уҡытыусылар династияһын дауам итә

Марсель Ғарипов, "Ауыл уҡытыусыһы" программаһында ҡатнашып, районға эшкә килде

Уҡытыусылар династияһын дауам итә
Уҡытыусылар династияһын дауам итә

Буласаҡ педагог Учалы районы Сәфәр ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, ул Магнигорск дәүләт университетында уҡый.

Марсель Айрат улы ҡулына ҡыҙыл диплом алғас, эш юлын Силәбе энергетик колледжында башлай. Йәш белгес “Системалы һәм визуаль программалау”, “ЭВМ архитектураһы” кеүек махсус дисциплиналарҙан белем бирә. Тәжрибә туплау, белемен камиллаштырыу ниәте уны Көнъяҡ-Урал гуманитар-педагогик дәүләт университетына илтә. Был юғары уҡыу йортон да тырыш егет тик “бишле" билдәләренә генә тамамлай. Һуңынан ул эшен Магнитогорскиҙа дауам итә.

Былтыр ул, Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған "Ауыл уҡытыусыһы" маҡсатлы программаһында ҡатнашып, Әлкә урта мәктәбендә эш башланы.  Марсель Ғарипов Магнитогорск дәүләт техник университетының аспирантураһын тамамлаған. Буш ваҡытында тәжрибәле педагог фәнни мәҡәләләр ҙә яҙа, педагогик фәндәр кандидатлығына диссертацияһын яҡларға әҙерләнә. 

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: