Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Август 2021, 12:00

Яуаплылыҡ тәү сиратта ата- әсәләр иңендә

Августа Өфөлә оло сара -  ата- әсәләр форумы көтөлә ине. Ләкин эҫе йәйҙә урман янғындарының көсәйеүе сәбәпле, кәңәшмә икенсе ваҡытҡа күсерелгән. 10 августа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бәләкәй состав менән түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Унда сит өлкәләрҙән республикаға ялға, ҡунаҡҡа ҡайтҡан һәм форумға тип килгән  милләттәштәребеҙҙән ҡоролтай ағзалары, урындағы белгестәр ҡатнашты.  

Яуаплылыҡ тәү сиратта ата- әсәләр иңендә
Яуаплылыҡ тәү сиратта ата- әсәләр иңендә
Түңәрәк өҫтәлдә туған телде һаҡлау һәм өйрәнеү, ситтә, балалар үҫтергән милләттәштәребеҙгә уның мөһимлеген еткереү мәсьәләләре ҡаралды. Мәскәүҙән, Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы Ләйсән Әхмәҙуллина үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты:

- Ете һәм өс йәшлек балаларҙың әсәһе булараҡ күҙәтеүҙәрем менән бүлешәм. Өс йәшкә тиклемле балаға туған телен белеү өсөн яҡын- тирәләге мөхит тә, йәғни ата- әсәләре менән аралашыу ҙа етә. Минең улым өс йәшкә тиклем фәҡәт башҡорт телендә һөйләште. Һуңынан ул икенсе мөхиткә барып эләкте.. Ҡыҫҡаһы, баланың аралашы даирәһе киңәйгән һайын, ул әсә теленән ситләшә, башҡа телдәрҙе үҙләштерә, русса һөйләшкән тиҫтерҙәре менән дә шул телдә аралаша башлай. Заман ритмына яраҡлашҡан, эштән бушамаған ата- әсәнең балаһы менән үҙ телендә төплө аралашырға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай. Ләкин, Мәскәүҙә йәшәһәләр ҙә балаларын ике телле, рухлы  итеп үҫтергән ата- әсәләр ҙә бар. Ысынлап та, сит ерҙә башҡорт моңона, мәҙәниәтенә, йәнле аралашыуға һыуһау кеүек күренеш хас, шуға ла беҙ, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар, был мәсьәләгә айырыуса етди ҡарайбыҙ.

Автор:Башҡортостан ҡыҙы
Читайте нас: