Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Апрель 2021, 10:41

Һуңғы ҡыңғырау ҡасан уҙасаҡ

Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау шәмбе, 22 майҙа, була. Дата 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн берҙәм һуңғы ҡыңғырау байрамын ойоштороу көнө итеп билдәләнгән. Был турала республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.

Роспотребнадзор байрамды уҙғарыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләгән. Документҡа ярашлы, балалар ҡатнашлығындағы сараны асыҡ һауала үткәрергә, уҡыусылар араһында социаль дистанцияны һаҡларға, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабанан файҙаланырға, битлек кейергә, бүлмәләрҙе елләтергә тәҡдим ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда пандемия арҡаһында уҡыусылар һуңғы ҡыңғырауҙа онлайн форматта ҡатнашты.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: