Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Апрель , 12:09

Тел өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ

1 апрелдән республиканың мәғариф усаҡтарында белем биреү телен ирекле һайлау буйынса уҡыусыларҙың ата-әсәләренән (законлы вәкилдәрҙән) ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ғөмүмән, беҙҙә дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу нисек ҡуйылған? Федераль дәүләт белем биреү стандарты төбәктәрҙә был йүнәлештә ниндәй мөмкинлектәр булдырған? Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин менән әңгәмәбеҙҙә ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙек.

1 апрелдән республиканың мәғариф усаҡтарында белем биреү телен ирекле һайлау буйынса уҡыусыларҙың ата-әсәләренән (законлы вәкилдәрҙән) ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ғөмүмән, беҙҙә дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу нисек ҡуйылған? Федераль дәүләт белем биреү стандарты төбәктәрҙә был йүнәлештә ниндәй мөмкинлектәр булдырған? Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин менән әңгәмәбеҙҙә ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙек.
– Беренсе класҡа барасаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләре белем алыу телен һайлау хоҡуғы тураһында нимәләр белергә тейеш?
– Рәсәй граждандары мәктәпкәсә йәштәге, дөйөм башланғыс һәм төп дөйөм кимәлдәге белемде туған телендә алыуға; Рәсәй халыҡтары телдәре араһынан туған телен, шул иҫәптән рус телен дә туған тел булараҡ өйрәнергә; Рәсәй Федерацияһы республикаһының дәүләт телен йәки телдәрен өйрәнергә хоҡуҡлы. Ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) иң тәү сиратта бына ошо хоҡуҡтарға таянырға тейеш.
Белем алыу теле тигәндә, нимә күҙ уңында тотола?
– Белем алыу теле – уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү процесы алып барылған тел, был осраҡта ул бер нисәү ҙә була ала.
Беҙҙә уҡытыу Рәсәй Федерацияһының дәүләт телендә, йәғни рус телендә алып барыла, әммә уның менән бер рәттән, ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) һайлауына ярашлы, балалар баҡсаһында, башланғыс һәм V-IX кластарҙа ҡайһы бер фәндәрҙе туған телдә уҡытырға мөмкин. Ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) үтенесен ҡәнәғәтләндереү, мәктәп йәки балалар баҡсаһы тарафынан ғәмәлгә ашырыу өсөн түбәндәге шарттар кәрәк: дәресте туған телдә алып барыу өсөн тейешле квалификацияға эйә уҡытыусы йәки тәрбиәсе, туған телдә уҡытыласаҡ фәндәр буйынса әсбаптар һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары.
Дәрестәрҙе билингваль нигеҙҙә алып барыу мөмкинлеге лә бар. Был осраҡта күнекмәләрҙең күпмелер өлөшө – рус, күпмеһелер туған телдә эшләнә. Федераль дәүләт белем биреү стандарты уҡыу планының мотлаҡ өлөшөн тәшкил иткән фәндәрҙең йөкмәткеһен булдырғанда этномәҙәни, милли һәм төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә. Был бөтә фәндәргә ҡағыла, мәҫәлән, математика, сит ил теле булһынмы йәки музыка һәм рәсем дәрестәреме.
Бынан тыш, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла, полилингваль белем биреү ғәмәлгә ашырыла. Был йүнәлештең төп маҡсаты – бер нисә тел, мәҫәлән, туған, рус, сит ил телдәре ярҙамында уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән төбәктең, илдең, донъяның мәҙәни байлығы менән таныштырыу, уларҙы бер-береңә хөрмәт һәм милләт-ара татыулыҡ мөхитендә тәрбиәләү.
Туған телдә алып барылған уҡытыу һәм тәрбиә эшенең мөһимлеген бик яҡшы аңлайбыҙ. Бының өсөн беҙҙең республикала бөтә шарттар ҙа булдырылған. Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыу алты – рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари телдәрендә алып барыла. 479 белем усағында башланғыс һәм төп дөйөм белем биреү туған телдә ойошторолған. Уларҙың 57-һе инновацион мәғариф ойошмаһы һаналып, уҡытыуҙы туған телдә (башҡорт, татар, сыуаш, мари) алып бара.
Туған тел – һинең халҡыңдың теле, ул һине алдағы быуындарың, улар тарафынан булдырылған рухи ҡиммәттәр менән бәйләй, этник һәм милли үҙенсәлек нигеҙе булып тора. Беҙҙәге уҡыу процесында “Туған тел”, “Туған телдә әҙәби уҡыу” (“Туған әҙәбиәт”) башланғыс, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү кимәлендә мотлаҡ уҡыу фәне булып һанала.
Бала өсөн ниндәй телдең туған тел һаналыуын ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) билдәләй. Башҡортостан мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреү системаһында – алты, дөйөм белем биреүҙә – 11, өҫтәмә уҡытыу нигеҙендә (йәкшәмбе мәктәптәрендә) – туғыҙ, урта һөнәри белем биреүҙә – өс тел. Бында һүҙ Башҡортостанда бер нисә быуат дауамында йәшәгән халыҡтарҙың телдәре – башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, мордва (эрзя, муҡшы), удмурт, шулай уҡ Рәсәй һәм сит ил халыҡтары араһынан белорус, украин, латыш, әрмән, немец, поляк, йәһүд (иврит) телдәре тураһында бара.
Әйтергә кәрәк, уҡыусылар тел өйрәнеү йәһәтенән яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, уңыштарға өлгәшә. 2020 йылда Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиада Рәсәй Мәғариф министрлығының Олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә индерелде. Хәҙер уның еңеүселәре һәм призерҙары өсөн Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар булдырылды. Быйыл әлеге олимпиаданың йомғаҡлау турында 734 уҡыусы ҡатнашты.
Татар, удмурт, мордва, мари телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса республика олимпиадаһында еңеүселәр Татарстан, Мари иле, Сыуаш, Удмурт республикаларында үткән төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнаша ала. Мәҫәлән, Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала Башҡортостандан 45 уҡыусы ҡатнашып, уларҙың икәүһе – еңеүсе, дүртәүһе призер булып танылды. Мари теле буйынса үткән ярышта 12 бала уңышлы сығыш яһап, шулай уҡ икәүһе – еңеүсе, дүртәүһе призер булды.
Дәүләт теленә килгәндә, был статус республикаларҙың Конституцияһы тарафынан билдәләнә. Башҡортостан Республикаһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт теле булып тора. Мәғариф тураһында федераль һәм республика закондарына ярашлы, Башҡортостан мәктәптәрендә башҡорт теле беҙҙең республиканың дәүләт теле булараҡ уҡытырға тәҡдим ителә. Федераль дәүләт белем биреү стандарты Рәсәй республикаларында уларҙың дәүләт телдәрен уҡытыуға мөмкинлек булдырған.
– Ниндәй телде өйрәнеүгә ҡағылышлы ғаризалар ҡасан һәм нисек тапшырыла?
– Белем биреү телен ирекле һайлау бәлиғ булмаған уҡыусыларҙың ата-әсәләренең (законлы вәкилдәренең) ғаризаларына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Был эш балалар баҡсаһына, мәктәпкә барғанда, V, X класҡа, бер белем усағынан икенсеһенә күскәндә башҡарыла.
Балалар баҡсаһына барғанда быны “Балалар баҡсаһына электрон сират” мәғлүмәт сервисы аша һәм шәхсән эшләп була. Беҙҙәге мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, буш урындар булған хәлдә, балаларҙы йыл дауамында ҡабул итә.
Мәктәпкә барғанда йәки икенсе белем усағына күскәндә ғаризаны шәхсән, почта аша заказлы хат менән, мәктәптең электрон почтаһына хат ебәреп, дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттәр сервисы аша тапшырырға мөмкин. Был эштең беренсе этабы 1 апрелдән 30 июнгә тиклем мәктәпкә ҡабул итеүгә беренсел йәки өҫтөнлөклө хоҡуҡ менән файҙаланған, шулай уҡ ошо белем усағына беркетелгән биләмәлә йәшәгән балалар өсөн үтә. Икенсе этап 6 июлдән 5 сентябргә тиклемге арауыҡта ойошторолоп, беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балаларға ҡағыла. Белем биреүҙең киләһе кимәленә күскән осраҡта ғариза дүртенсе сиректә үткән (апрель – июнь) ата-әсәләр йыйылышында шәхсән яҙыла.
– Бөгөн башҡорт теле ҡайһы төбәктәрҙә өйрәнелә? Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы был йәһәттән ниндәй ярҙам күрһәтә?
– Республикабыҙ Рәсәй төбәктәрендәге белем биреү ойошмаларында туған башҡорт телен өйрәнеүгә һәр йәһәттән ярҙам күрһәтә. Уҡыу пландарына ярашлы, башҡорт телен Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренең 45 мәктәбендә өйрәнәләр. Быйыл Рәсәйҙең алты төбәгендә туғыҙ башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Был башланғыс Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булды. Әлеге төбәктәрҙәге уҡыу кабинеттары башҡорт теле, мәҙәниәте, башҡорт халҡының тарихы буйынса әсбаптар һәм стендтар менән тәьмин ителә, уларға ноутбуктар тапшырыла.
“Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт програмаһына ярашлы, йыл һайын Рәсәй төбәктәре мәктәптәренә башҡорт теле буйынса китаптар, уҡытыу һәм күргәҙмә әсбаптары һатып алына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белгеслеге буйынса бушлай һөнәри әҙерлек, әлеге көндә эшләп йөрөгән уҡытыусылар өсөн квалификация камиллаштырыу курстары ойошторола.
– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.
Фото: mgazeta.com