Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Апрель 2021, 12:34

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ДИКТАНТ ЯҘАЙЫҠ

24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Республиканың төп медиахолдингы сараны тура эфирҙа күрһәтә. Тимәк, һәр теләгән кеше белемен тикшерә ала.Диктант өс этапҡа бүленә:Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн (11:00-ҙән 11:25-кә тиклем);Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн (11:30-ҙан 12:00-гә тиклем);Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ( 12:05-тән 12:30-ға тиклем).

24 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Республиканың төп медиахолдингы сараны тура эфирҙа күрһәтә. Тимәк, һәр теләгән кеше белемен тикшерә ала.
Диктант өс этапҡа бүленә:
  1. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн (11:00-ҙән 11:25-кә тиклем);
  2. Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн (11:30-ҙан 12:00-гә тиклем);
  3. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн ( 12:05-тән 12:30-ға тиклем).
  4. Тексты уҡыйҙар:
    1. Илшат Абдуллин («Бүреләр» төркөмө солисы) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
    2. Эльвира Айытҡолова («Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
    3. Альберт Исмаил (Рок-башҡарыусы, «Исмаил» төркөмөнә нигеҙ һалыусы) – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
    4. Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында алдан теркәлергә кәрәк. Интернет аша акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәре сайтта шәхси кабинет һәм мобиль ҡушымта аша ҡабул ителә.
      Яҙма эштең фотоһын йәки сканын [email protected] адресы буйынса электрон почтаға ебәрергә лә мөмкин.
      Трансляция 24 апрелдә 11:00 сәғәттә башлана.
      Ҡайҙа ҡарарға: «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, каналдың «ВКонтакте» («Бәйләнештә» ) социаль селтәрендәге төркөмөндә, шулай уҡ «YouTube» видеохостингында.
      Читайте нас: